Ирәндек (боҙ һарайы)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ирәндек (боҙ һарайы)map
Remove ads

«Ирәндек» боҙ һарайы — Башҡортостандың Сибай ҡалаһында тәүге яһалма боҙло һәм тамашасылар өсөн трибуналары булған боҙ һарайы. Һыйҙырышлығы — 500 урын, 2010 йылдың 30 декабрендә асыла. Төп функцияһы — шайбалы хоккей буйынса уйындар, фигуралы шыуыу, шорт-трек һәм башҡа спорт төрҙәре буйынса ярыштар үткәреү.

Ҡыҫҡа факттар Урынлашыуы, Төҙөлгән ...

Remove ads

Тарихы һәм характеристикалары

2010 йылдың 30 декабрендә тантаналы шарттарҙа «Ирәндек» боҙ һарайы үҙенең ишектәрен асып, тәүге тамашасыларҙы һәм спорт һөйөүселәрҙе ҡабул итте. Махсуслаштырылған спорт аренаһы сменаһына хоккей һәм фигуралы шыуыу менән шөғөлләнгән 50 кешене һыйҙыра ала. Шорт-трек спорт төрөн үҫтереү өҫтөндә лә эшләйҙәр бында. Махсус тренажер залдарында шейпинг, көс талап итә торған спорт төрҙәре менән шөғөлләнергә уңайлы шарттар тыуҙырылған. Спорт һарайының дөйөм майҙаны 4773,6 м², боҙ майҙанының ҙурлығы 60-ҡа 30 м тәшкил итә. Трибуналар 540 кешене һыйҙыра[2].

Бында шулай уҡ сисенеү бүлмәһе, душ, конькины үткерләү һәм ремонтлау бүлмәһе, медицина пункты, буфет та бар. Боҙҙоң сифатын кәрәкле кимәлдә тотоу өсөн һыуытыу станцияһы һәм махсус боҙ машинаһы ҡулланыла. «Ирәндек» боҙ һарайында үҙенең уйындарын Сибай ҡалаһының «Горняк» хоккей командаһы үткәрә.

Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads