Йювяскюля
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Йювяскюля[21][22][23], элегерәк Ювяскюль[24] һәм Ювэскюлэ[25] (фин.jyväskylä [ˈjyvæsˌkylæ]) — үҙәк Финляндияла ҡала һәм муниципалитет, Кески-Суоми берәмеге (ляни) үҙәге. Ҡала атамаһы «иген ауылы» тип тәржемә ителә.
Халҡы — 128,2 мең кеше[26].
Ҡала Тампере ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышҡа ҡарай 147 км һәм Хельсинкинан төньяҡҡа ҡарай 270 км алыҫлыҡта, Пяййянне һәм Кейтеле күлдәре эргәһендә урынлашҡан.
Ҡалаға 1837 йылдың 22 мартында император Николай I указы буйынса нигеҙ һалына.
2012 йылда һорау алыуҙарҙа фин граждандары Йювяскюляла йәшәү кимәлен ылыҡтырғыс тип иҫәрләй[27].
Remove ads
Мәғарифы

1858 йылда бында беренсе фин телле лицей асыла, ул юғары урта баҫҡыслы уҡыу йорто тип иҫәпләнгән. 1863 йылда фин телендә уҡытыусылар әҙерләү буйынса беренсе училище асыла. 1864 йылда — ҡыҙ балалар өсөн тәүге фин телле мәктәп, 1914 йылда Финляндияла беренсе йәйге университет асыла.
1966 йылдан Йювяскюля Университеты эшләй, был Финляндияла иң ҙур юғары уҡыу йорттарының береһе, унда 16 мең самаһы студент уҡый. Университетта 7 факультет иҫәпләнә, шул иҫәптән илдә берҙән-бер физик культура факультеты бар
Бөтәһе 40 меңгә яҡын кеше ҡаланың төрлө уҡыу йорттарында уҡый.
Remove ads
Транспорты
Йювяскюля тимер юлы вокзалы ҡала-ара автобустар линияһы менән тоташҡан. Вокзалдан Хельсинки, Тампере, Турку, Ваас һәм Финляндияның башҡа ҡалаларына поездар йөрөй.
Йювяскаля аэропортынан Хельсинки ҡалаһына туранан-тура рейстәр башҡарыла, шулай уҡ E75 һәм E63 автомобиль магистралдәре үтә.
Спорты
- «Йювяскюль» — футбол клубы.
- ЮП — хоккей клубы.
Иҫтәлекле урындары
Ҡалала Алвара Аальто проекттары буйынса биналар урынлашҡан. Финляндия Раллиһы уҙғарыла. .
Туғандаш ҡалалар
Билдәле кешеләре
- Ари Ахон — фин хоккейсыһы, ҡапҡасы
- Ферри Граф — йырсы (хәҙерге ваҡытта Йювяскюляла йәшәй)
- Юха Канккунен— автомобилдә ярышыусы, ралли буйынса дүрт тапҡыр донъя чемпионы
- Олли Мяяття — фин хоккейсыһы, «Питтсбург Пингвинз» НХЛ клубы һаҡсыһы, Олимпия уйындарының бронза призеры
- Софи Оксанен — (1977 й.)— эстон-фин драматургы (атаһы — фин, әсәһе — эстон), уның «Очищение» романы һәм шул уҡ исемле пьесаһы донъяның 28 теленә, шул иҫәптән рус теленә тәржемә ителгән.
- Яни Сойнинен — трамплиндан фин ырғыусыһы, олимпия чемпионы
- Раймо Сумманен — фин хоккейсыһы һәм тренеры.
- Отто Вилле Куусинен — фин сәйәси эшмәкәре, 1892—1900 йылдарҙа Йювяскюля лицейында уҡыған.
Remove ads
Климаты
Йювяскюля ҡалаһының климаты диңгеҙ һыҙаттары менән уртаса-континенталь. Ҡыш оҙайлы, сағыштырмаса йомшаҡ. Йәй ҡыҫҡа һәм һалҡын. Уртаса йыллыҡ температура +3,3 °C. Йыллыҡ яуым-төшөм 643 мм.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads