Кесе Кавказ

From Wikipedia, the free encyclopedia

Кесе Кавказmap
Remove ads

Кесе Кавказ (әзерб. Kiçik Qafqaz, әрм. Փոքր Կովկաս, груз. მცირე კავკასიონი) — Көньяҡ Кавказдағы тау системаһы, һырттарҙың, вулкан таулыҡтарының һәм яйлаларҙың ҡатмарлы системаһынан ғибәрәт.

Ҡыҫҡа факттар Тау һырты, Дәүләт ...
Remove ads

Географик урыны

Thumb
Кесе Кавказ тауҙары Әрмәнстанда

Оло Кавказдағы Лих тау һырты менән тоташа, көнбайышта унан Колхида уйһыулығы, көнсығышта Кура-Аракс уйпатлығы менән айырымлана. Төньяҡтан һәм төньяҡ-көнсығыштан Әрмән таулыҡтарын уратып алған, уның дауамы булып Талыш тауҙары һәм Ленкоран уйһыулығы тора, улар Әрмән таулыҡтары системаһынан Аракс йылғаһының түбәнге ағымы менән айырымланған.

Оло Кавказдан төп үҙәк һыртының булмауы, түбәләрҙең абсолют бейеклеге тәпәшерәк (4000 м артыҡ түгел), эрозиялы бүлгеләнеше күпкә кәмерәк, боҙлоҡтар барлыҡҡа килеүе әҙерәк булыуы менән айырыла.

Оҙонлоғо-яҡынса 600 км.

Кесе Кавказдың иң бейек түбәһе — Арагац тауы (4090 м)[2].

Remove ads

Фотоһүрәттәр галереяһы

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads