Килмөхәмәтов Тимерғәли Әбделғәлим улы

ғалим-әҙәбиәт белгесе, яҙыусы һәм тәнҡитсе From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Килмөхәмәтов Тимерғәли Әбделғәлим улы (19 декабрь 1941 йыл2 май 2021 йыл) — башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы. 1970 йылдан Башҡорт дәүләт университеты уҡытыусыһы, шул иҫәптән 1992—2013 йылдарҙа журналистика кафедраһы мөдире. 1973 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. Филология фәндәре докторы (1992), профессор (1994). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997), Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001). Зәйнәб Биишева исемендәге премия (2009) һәм Ҡырмыҫҡалы районының Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премияһы (2005) лауреаты.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

  • Тимерғәли Әбделғәлим улы Килмөхәмәтов 1941 йылдың 19 декабрендә Үзбәк ССР-ының Фирғәнә өлкәһе Бағдад районы Серов (Фүрҡәт) станцияһы ҡасабаһында тыуған.
  • Ҡырмыҫҡалы районының Бишауыл-Уңғар мәктәбен тамамлай.
  • 1962—1966 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультетында уҡый.
  • 1967—1970 йылдарҙа Мәскәү дәүләт университеты аспирантураһында уҡый һәм кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай.
  • 1970 йылдан Башҡорт дәүләт университетында эшләй.

Хеҙмәт ветераны, ғалим һәм яҙыусы 2021 йылдың 2 майында Өфө ҡалаһында вафат булды[3].

Remove ads

Ғилми эшмәкәрлеге

Тимерғәли Килмөхәмәтовтың фәнни хеҙмәттәре башҡорт драматургияһының поэтикаһын өйрәнеүгә, әҙәбиәт ғилеме методологияһына, әҙәби портреттар ижад итеүгә арналған. «Башҡорт әҙәбиәте тарихы» (1990—1996) баҫмаһы авторҙарының береһе; 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Ижады

«Күк тояҡҡай» (1972), «Хаҡлыҡ үлмәй» (1991), «Йәнкиҫәк» (2001) йыйынтыҡтарына ингән хикәйәләре һәм повестары замандаштарының рухи донъяһына иғтибар итеүе, психологизм, тел байлығы тасуирлығы менән айырылып тора.

Әҫәрҙәре

  • Күк тояҡҡай. Өфө, 1972;
  • Хаҡлыҡ үлмәй. Өфө, 1991;
  • Йәнкиҫәк. Өфө, 2001;
  • Драматургия Мустая Карима. Уфа, 1979;
  • Халыҡсанлыҡ көсө. Өфө, 1988;
  • Поэтика башкирской драматургии. 2-е изд., Уфа, 2008.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

  • Зәйнәб Биишева исемендәге премия лауреаты (2010)
  • Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев исемендәге премия (Ҡырмыҫҡалы районы) лауреаты (2005)
  • Рәсәй Федерацияһының почётлы юғары һөнәри белем биреү хеҙмәткәре (2001)
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (1997)
  • Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының Почёт грамотаһы (1992)

Ғалим тураһында матбуғат

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads