Кочетков Степан Михайлович
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Кочетков Степан Михайлович (14 август 1923 йыл — 24 сентябрь 1984 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугире, уҡсылар полкының пулемёт расчёты командиры. Гвардия лейтенанты (1947). Советтар Союзы Геройы (1943).
Remove ads
Биографияһы
Степан Михайлович Кочетко́в[1] 1923 йылдың 14 авгусында Стәрлетамаҡ кантоны[2] Васильевка ауылында тыуған.
Урыҫ. Белеме башланғыс — мәктәптең 4 синыфы. 1940 йылда тракторсылар курсын тамамлай, механизатор булып эшләй. 1944 йылдан КПСС ағзаһы. Ҡыҙыл Армияға саҡырылғанға тиклем колхозда тракторсы була.
1942 йылдың 12 мартында Башҡорт АССР-ы Мәләүез район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 1942 йылдың июленән фронтта.
10-сы гвардия уҡсылар полкы пулемёт расчеты командиры (6-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 13-сө армия, Үҙәк фронт), гвардия кесе сержанты С. М. Кочетков 1943 йылдың 29 сентябрендә Парищево ауылы (Киев өлкәһе Чернобыль районы) өсөн барған һуғышта батырлыҡ күрһәтә.
1946 йылда Кочетков Степан Михайлович Могилев пехота училищеһын тамамлай. 1947 йылдың апреленән алып лейтенант С. М. Кочетков — запаста.
Мәләүез районының Васильевка ауылында йәшәй. «Ағиҙел» колхозында эшләй.
1984 йылдың 24 сентябрендә вафат була. Мәләүез районының Васильевка ауылында ерләнгән[3].
Remove ads
Батырлығы
«10-сы гвардия уҡсылар полкының пулемёт расчеты командиры (6-сы гвардия уҡсылар дивизияһы, 13-сө армия, Үҙәк фронт), гвардия кесе сержанты Кочетков Степан Михайлович 1943 йылдың 29 сентябрендә Украинаның Киев өлкәһе Чернобыль районы Парищево ауылы эргәһендәге алыштарҙа яралана, әммә һигеҙ танк һәм бер нисә үҙйөрөшлө орудиелар менән һөжүм итеүсе фашист пехотаһына ҡаршы пулемёт утын алып барыуын дауам итә. Расчет менән бергә ҡыйыу кесе сержант бер нисә тиҫтә гитлерсыны юҡ итә һәм дошмандың өс ут нөктәһен баҫтыра, был полкка дошмандың ҙур көстәренең контратакаһын кире ҡағырға мөмкинлек бирә».
СССР Юғары Советы Президиумының 1943 йылдың 16 октябрҙәге указы менән командованиеның заданиеларын өлгөлө үтәгәне һәм немец-фашист илбаҫарҙары менән һуғышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн гвардия кесе сержанты Кочетков Степан Михайловичҡа Ленин ордены менән «Алтын Йондоҙ» миҙалы (№ 1794) тапшырылып, Советтар Союзы Геройы исеме бирелә.
Remove ads
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
- Советтар Союзы Геройы (1943)
- «Алтын Йондоҙ» миҙалы (16.10.1943)[4][5].
- Ленин ордены (16.10.1943).
- I дәрәжә Ватан һуғышы ордены.
- «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (21.08.1943)[6].
- «1941—1945 йй. Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы.
- Миҙалдар.
Хәтер
1990 йылдың 7 майында Геройҙың тыуған ерендә — Васильевка ауылында — бюсы ҡуйылған.
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads