Мария ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы бинаһы (Минск)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Мария ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы бинаһы — Минск ҡалаһында XIX быуат аҙағындағы тарихи бина, тарих һәм архитектура ҡомартҡыһы (713Г000128 номеры). Карл Маркс урамы, 29-сы йорт адресы буйынса урынлашҡан.
Remove ads
Тарихы
Бина Мария ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһын урынлаштырыу өсөн 1879 йылда төҙөлә. Беренсе донъя һуғышы башланыу менән Пропойск ҡалаһына сығарыла, 1917 йылда ябыла. Октябрь революцияһынан һуң гимназия бинаһында сәйәси техникум, 1925—1933 йылдарҙа — Белоруссияның В.И. Ленин исемендәге Коммунистик университет урынлаша, 1933 йылда бина БССР картиналар галереяһына тапшырыла, ә 1960 йылда ҡала-ара телефон станцияһы итеп реконструкциялана[1]. Бинала хәҙер почта хеҙмәте һәм элемтә музейы урынлашҡан.
Remove ads
Архитектураһы
Бина эклетика стилендә төҙөлгән. Башта цоколдә ике ҡатлы булған (1930 йылдарҙа өсөнсө ҡаты өҫтәлеп төҙөлә). Фасад үҙәгендә ҙур булмаған ризалит бинаға инеү урынын бүлә. Фасады кирбестән башҡарылған. Беренсе ҡатта сығыу урыны ҡаршыһында түр баҫҡысы менән вестибюль, икенсе ҡатта - йыйылыштар залы, ә бинаның ике ҡатының ҡабырға өлөштәренә уҡыу кластары урынлашҡан[1].
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads
