Овчинников Григорий Семёнович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Овчинников Григорий Семёнович (18 апрель 1898 йыл25 июль 1943 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында батырҙарса һәләк булған яугир, айырым диңгеҙ уҡсылар бригадаһы ҡыҙылармеецы. Беренсе донъя һәм граждандар һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1944).

Ҡыҫҡа факттар Тыуған ваҡыты, Тыуған урыны ...
Remove ads

Биографияһы

Григорий Семёнович Овчинников 1898 йылдың 18 апрелендә Өфө губернаһы Бөрө өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Бөрө районыны) Осиновка ауылында крәҫтиән ғаиләһендә тыуған.

Милләте урыҫ. 1926 йылдан ВКП(б) ағзаһы. 1912 йылда Григорий Овчинников 3 класлы приход училищеһын тамамлай. 1913 йылдан 1915 йылға тиклем һөнәрселәр оҫтаханаһында слесарҙың ярҙамсыһы, һуңынан Златоуст металлургия заводында полировщиктың ярҙамсыһы булып эшләй . 1915 йылдың авгусынан 1917 мартына тиклем батша армияһында хеҙмәт итә.

Беренсе донъя һуғышында ҡатнаша, румын фронтында һуғыша. 1917 йылдың май айында тыуған яҡтарына ҡайта. 1918 йылда Бәләбәй ҡалаһында Ҡыҙыл гвардия отрядына инә, Өфө полкында хеҙмәт итә. Граждандар һуғышы осоронда 27-се уҡсылар дивизияһы составында хеҙмәт итә. Атлы разведканың начальнигы, взвод командиры була.

1923 йылда хәрби хеҙмәттән бушатылғандан һуң Григорий Семёнович Сталинград (хәҙер Волгоград) ҡалаһына килә. Бында кассир, инкассатор, фураж игене лабазы мөдире, район прокуроры булып эшләй.

1932—1933 йылдарҙа Сталинград трактор заводының эшселәр университетында уҡый. 1939 йылдан алып Волга берләшкән йылға пароходлығының заготконтораһында эшләй.

Ҡыҙыл Армияға 1941 йылдың ноябрендә саҡырыла. Санинструкторҙар курстарын тамамлағандан һуң Дондағы Ростов ҡалаһындағы хәрби госпиталгә ебәрелә. 1942 йылдың февралендә диңгеҙ пехотаһының 81-се бригадаһына тәғәйенләнә, Новороссийск йүнәлешендәге хәрби операцияларҙа ҡатнаша.

Ҡыҙылармеец Овчинников Г. С. 1943 йылдың 25 июлендә Краснодар крайы Новороссийск ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышыраҡ урынлашҡан «352.1» билдәле бейеклек өсөн алышта батырлыҡ күрһәтә[2].

Г. Овчинников 1943 йылдың 25 июлендә һәләк була. «352.1» бейеклегендә ерләнә (Крым районы, Неберджаевская станицаһы)[3][4][5].

Remove ads

Батырлығы

81-се Ҡыҙыл байраҡлы айырым диңгеҙ уҡсылар дивизияһының 3-сө уҡсылар батальоны (18-се армия, Төньяҡ-Кавказ фронты) парторгы, ҡыҙылармеец Овчинников Г. С. Краснодар крайы Новороссийск ҡалаһынан төньяҡ-көнсығышыраҡ урынлашҡан «352,1» билдәле бейеклек өсөн 1943 йылдың 25 июлендә взвод командирын алмаштыра һәм яугирҙарҙы дошман нығытмаларына атакаға күтәрә. Бейеклеккә еткән ерҙә һөжүм иткән подразделениеға гитлеровсылар дзотының уты юлды ҡыя.

Г. С. Овчинников ут нөктәһен гранаталар менән күмеп ташлаүсы блокадалау төркөмөн ойоштора. Әммә ут туҡтамай. Алыштың хәл иткес моментында һалдат кәүҙәһе менән дзоттың амбразураһын ҡаплай.

СССР Юғары Советы Президиумының 1944 йылдың 16 майындағы Указына ярашлы, командованиеның хәрби заданиеларын өлгөлө үтәгәне, күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн ҡыҙылармеец Овчинников Григорий Семёнович үлгәндән һуң «Советтар Союзы Геройы» исеменә лайыҡ була[2].

Remove ads

Хәтер

  • Бөрө районы Сосновка ауылында 1986 йылдың 25 июлендә Г. С. Овчинниковҡа һәйкәл асылған[6].
  • Советтар Союзы Геройы Г. С. Овчинников исеме Севастополь бухтаһы аша «Набережная Корнилова — Радиогорка» маршруты буйынса йөрөгән «Звездный» тибындағы пассажир теплоходына бирелгән[7].
  • Башҡортостандың Бөрө ҡалаһында Г. С. Овчинников исемен урам йөрөтә.
  • 1957 йылда Приморье крайының Хәсән районы Овчинниково ауылында Герой исеме колхозға бирелгән булған.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Әҙәбиәт

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads