Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Октябрь революцияһы һәм граждандар һуғышы геройҙарына һәйкәл — Өфө ҡалаһында ҡуйылған монументаль скульптура.
Remove ads
Тарихы
1975 йылдың 29 апрелендә Минһажев, 8 март һәм Октябрҙең 50-йыллығы урамдары араһындағы скверҙа ҡуйылған һәйкәл.
Пьедесталда өс фигуранан төркөм урынлаштырылған. Скульптура төркөмөнөң үҙәгендә эшсе-тимерсе фигураһы урынлашҡан, ул башы өҫтөндә винтовкаһы менән сүкеше кеүек киҙәнгән. Тимерсе фигураһынан уңда ҡыҙылармеец тора, тимерсенән һулда — крәҫтиән- атлы ғәскәр. Композицияға өлкән йәштәге яугир фигураһы индерелгән, ул тубығына таянған, бер ҡулы менән яраланған йөрәген ҡыҫҡан, ә икенсе ҡулына ҡорал тотҡан. Өс фигура — эшсе, крәҫтиән һәм ҡыҙылармеец — уны үҙҙәре менән һаҡлайҙар һәм алға ынтылалар.
Һәйкәл бронзанан эшләнгән, уның дөйөм бейеклеге 12 метр, фигураларҙың бейеклеге — 9 метр. Һәйкәлдең ауырлығы 95 тонна тәшкил итә.
Һәйкәлдең авторҙары: скульптор Лев Кузнецов, архитекторы А. В. Семенов, инженер-конструктор Коткин А.
Һәйкәл төҙөү өҫтөндә эш туғыҙ йыл дауамында алып барыла. 1978 йылда скульптор Кузнецов Л. В. Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты исеменә лайыҡ булған.
Remove ads
Ҡыҙыҡлы факттар
Халыҡта һәйкәлдең исеме — «Биш минуттан ете». Был шуның менән бәйле: скульптура ҡаршыһында 19.00. сәғәттә ябылған аҙыҡ-түлек магазины урынлашҡан булған, һәм фигуралар һуңғы көсөнә магазинға ынтылған һатып алыусыларҙы иҫкәрткән булған[1].
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads