Ростов зоология паркы

From Wikipedia, the free encyclopedia

Ростов зоология паркыmap
Remove ads

Ростов зоология паркы — Рәсәйҙең иң эре зоопарктарының береһе (майҙаны 90 гектарҙан артыҡ), үҙенең бай традициялары булған зоология паркы. Дондағы Ростовта урынлашҡан.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләнгән, Урынлашған ...

Ростов зоология паркы хайуандарҙың һирәк осрай торған һәм юҡҡа сығып барған төрҙәрен һаҡлау буйынса 38 программала ҡатнаша. Шулай уҡ ISIS — хайуандарҙың төрҙәре тураһында Халыҡ-ара мәғлүмәт системаһы ағзаһы. Парк зонаһының иркен булыуы зоопарктың мөһим үҙенсәлеге булып тора. Шуға күрә лә парк ҡала халҡының популяр, яратҡан ял итеү урынына әйләнгән.

Remove ads

Тарихы

1927 йылдың июнендә C. M. Будённый исемендәге мәктәптең йәнле мөйөшө базаһында, уҡыусылар һәм Ростов мәктәптәренең береһенең уҡытыусыһы арҡаһында нигеҙ һалынған (хәҙер был Будённый проспектындағы 43-сө мәктәп, йорт 64).

1927 йылдың 26 июнендә мәктәп яны участкаһында күмәкләп килеп ҡарау өсөн Зоология баҡсаһы асыла.

Thumb
Ростов зоопаркы, август 2009 йыл
Thumb
Ростов зоопаркында үркәсле тәкә 2010 йылда

1929 йылдың көҙөндә мәктәптең хайуандар коллекцияһын ҡала ситенә күсерәләр. Унда хайуандар өсөн биш ҡала дачаһы бүленгән була. Зоология баҡсаһының беренсе директоры мәктәп уҡытыусыһы һәм натуралистәр түңәрәген ойоштороусы — Владимир Вильгельмович Кегель була.

1930 йылда зоопаркта экзотик хайуандар: фил, арыҫлан, юлбарыҫ, пума, ҡаплан, крокодил, диңгеҙ бесәйе, питон, маймылдар, тутыйғоштар, ламалар, дөйәғоштар барлыҡҡа килә. Был хайуандар ул ваҡытта Ростовтағы Театр майҙанында гастролдә йөрөгән шәхси зверинец Анатолий Филатовтың һалым бурыстары иҫәбенә конфискацияланған булалар.

1935 йылда Ростов зоопаркында эму дөйәғошо нәҫел килтерә. Ҡала был ҡоштар менән илдең бөтә зоопарктарын, шулай уҡ ике сит илдең — Ҡытай һәм Румынияның зоопарктарын тәьмин итә.

2009 йылдың 5 сентябрендә Ростов зоопаркы Берлиндың Фридрихсфельде зоопаркынан килтерелгән өс филде ҡабул итә. Егерме йылдан артыҡ зоопарктың филдәре булмай, ә хәҙер уларҙы аҡ айыу балаһына алмаштырып алалар[2]. Ләкин бының менән генә тарих тамамланмай әле: 2010 йылдың декабрендә зоопаркта көтмәгәндә фил балаһы тыуа, ҡыҙыҡай. Инә фил Ростов зоопаркына быуаҙ булған килеш килтерелгән булып сыға[3].

Remove ads

Коллекция

Thumb
Носорог Ростов зоопаркында, 2008 йылдың авгусы

Зоопарк Рәсәй территорияһында иң эре зоопарктарҙың береһе. Унда 400 төргә ҡараған 5 меңгә яҡын хайуан бар. Шуның менән бергә, уларҙың 105 төрө Халыҡ-ара тәбиғәтте һаҡлау союзының Ҡыҙыл китабына индерелгән, 33 төрө — Pәсәйҙең Ҡыҙыл китабына, ә 132 төрө ҡырағай хайуандар һәм үҫемлектәр донъяһының бөтөп барыусы төрҙәре менән халыҡ-ара сауҙа итеү буйынса килешеүгә (CITES) ҡушымта исемлегенә ингән.

Ростов зоопаркы хайуандарҙың юғалып бөтөп барыусы һәм һирәк осрай торған төрҙәрен һаҡлау мәсьәләләре менән шөғөлләнеүсе донъяның төп фәнни һәм йәмәғәт ойошмалары менән бәйләнеш тота. Бында Халыҡ-ара Ҡыҙыл китапҡа, шулай уҡ юғалып бөтөп барыусы һәм һирәк осрай торған хайуандарҙың төбәктәрҙәге исемлегенә ингән күп һандағы хайуан төрҙәре бар.

Ростов зоопаркы аҡҡойроҡ- диңгеҙ бөркөтөн үрсетеү буйынса Европала беренсе урындарҙың береһен биләй.

Зоопаркта шулай уҡ аквариум секцияһы бар, унда һыу аҫты донъяһының төрлө-төрлө йән эйәләре — Дон яғындағы балыҡтарҙан алып Көньяҡ Американың сөсө һыуҙа йәшәүсе скат һәм диңгеҙ ҡыҫалаларына тиклем бар. Террариумда Көньяҡ-көнсығыш Азиянан килтерелгән крокодилдар, төрлө ташбаҡалар, Урта Азиянан, Африканан, Американан килтерелгән йыландар, шулай уҡ башҡа экзотик һөйрәлеүсе хайуандар йәшәй.

Remove ads

Әҙәбиәт

  • Мирошникова К. К. У истоков Ростовского зоопарка. Ростов н/Д : РГПУ, 1993. 76 с.;
  • Мирошникова К. К. Страницы истории Ростовского-на-Дону зоопарка // Роль зоопарков в сохранении редких животных и экологическом просвещении : материалы науч.-практ. конф., посвящ. 75‑летию Рост. зоопарка. Ростов н/Д, 2003. С. 3-10;
  • Браиловская Л. Как школьный кружок разросся до 90 га // Мой Ростов. 2014. 29 апр. С. 5;
  • Медведева Ю. В годы военного лихолетья // Мне интересно. 2010. № 3-4. С. 14-15;
  • Кегель В. В. Ростовский краевой зоологический сад // Краеведение на Северном Кавказе. 1928. № 3-4. С. 83-84.

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads