Ростральный колонналары (Санкт-Петербург)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ростральный колонналары— архитектура ҡоролмаһы, Санкт-Петербург ҡалаһының үҙәгендә, Васильев утрауының уғында урынлашҡан. XIX быуатта баш ҡала портының фонарҙары функцияһын үтәй.
Remove ads
Тарих
Ике Ростральный колонналары 1805—1810 йылдарҙа француз архитекторы Тома де Томон проекты буйынса төҙөлә, улар караптарҙың ростары (морондары өлөшө) менән Васильевский утрауының ике яҡтан биҙәп иторған. Был дәүләт диңгеҙ флоты ҡеүәтенең һәм илдең бөйөклөгөнөң кәүҙәләнеше булып тора һәм шулай уҡ боронғо рим йолаһы буйынса ҡулға алынған дошман караптарының ҡырҡып алынған морондары (ростары) менән колонналарҙы биҙәүҙе ҡабатлап эшләнгән күренеш.
Проектты башҡарыуҙа таш киҫеп-шымартыу белгесе Самсон Суханов ҡатнаша. Суханов Вологда губернаһының ярлы крәҫтиән ғаиләһенән сыҡҡан. Колонналарҙың аҫҡы өлөшөндәге аллалар һындарын скульпторҙар Жозеф Камберлен һәм Жак Тибо эшләгән.1815 йылда ҡоролма асылған. Колонналарҙың фонарҙары төндә һәм томан ваҡытында янып торған һәм 1885 йылға тиклем хеҙмәт һиткән.
Remove ads
Төҙөлөшө
Көньяҡ фонарь Оло Неваға юл күрһәткән (59°56′35″ с. ш. 30°18′25″ в. д.HGЯO), ә төньяҡтағыһы Кесе Неваға (59°56′41″ с. ш. 30°18′18″ в. д.HGЯO) юл күрһәткән. Колонналар итәге янында ике ир һәм ике ҡатын-ҡыҙ фигуралары урынлашҡан, улар таралған фараздарға ярашлы, Рәсәйҙең бөйөк йылғаларын аллегорик рәүештә күрһәтә: уның төньяҡ колонна яғындағыһы — Волга һәм Днепр, көньяҡтағылары — Нева һәм Волховты һүрәтләй. Әммә был фараз сағыштырмаса күптән түгел барлыҡҡа килгән, ә скульптор Тома де Томон әйтеүе буйынса: «һәр колонна ҙур фигуралар менән биҙәлгән, улар диңгеҙ һәм коммерция аллаларының символы булып тора»[2]. Статуялар француз скульпторҙары Ж. Камберлен һәм Ж. Тибо моделдәре буйынса эшләнгән. Тәүҙә статуялар өсөн материал итеп бронза һайланған булған, ләкин уны эшкәртеү ҡыйын булғанлыҡтан, Гатчина районының Пудость ауылында сығарылған эзбизташтан эшләргә булалар. Төньяҡтағы колонна янындағы ир-ат һынын Жозеф Камберлен яһаған булһа, ҡалған фигураларҙы Жак Тибо яралтҡан.
Һәр колоннаның эсендә бормалы баҫҡыс бар, улар буйлап үрге күҙәтеү майҙансығына сығып була, майҙансыҡта ҙур туҫтаҡ-яҡтыртҡыс һәм уны тотоп тороусы металл таған эшләнгән. Туҫтаҡҡа киндер майы һалғандар һәм яндырғандар, уның бейеккә күтәрелеп янып торған уты төндә һәм көндөҙ томанда караптарға юл күрһәткән булған. Был хәл 1896 йылдға тиклем, колонналарға электр уты индергәнсе булған, әммә «электр өсөн сығымдарҙың бик күп китеүе арҡаһында» элеккесә дауам ителгән[2]. 1957 йылда экономия яһау өсөн колонналарға газ индергәндәр, беҙҙең көндәрҙә фонарҙарҙы айырыуса тантаналы осраҡтарҙа ғына тоҡандыралар.
Remove ads
Ватыуҙар
2011 йылдың 7 июле төнөндә көньяҡта торған Ростральный колоннаһын билдәһеҙ кешеләр эскә үтеп инеү маҡсаты менән асҡандар, архитектура һәйкәле зыян күрмәгән[3].
2011 йылдың 23 авгусы төнөндә билдәһеҙ ир-егет, бер Ростральный колоннаһы эсенә үтеп, газ үткәргестең вентилен асып, ут тоҡандырған. Хоҡуҡ һаҡлау органдары хәбәр итеүҙәренсә, быны күреп килеп еткән янғын һүндереүселәр факелды һүндереп өлгөрә. Фажиғә һөҙөмтәһендә бер кем дә зыян күрмәгән[4].
Галереяһы
- XIX быуат ростральный колоннаһы (Карл Беггров)
- Һарай яғынан ростральный колонналары күренеше (Куат Де Брэнсон, 1931)
- Хәҙерге күренеше (2007 йыл)
- Еңеүҙең 70 йыллығын байрам иткәндәге факел
- Ростральный колонналары янындағы халыҡ Еңеү салютын ҡарай
- Мәктәпте тамамлаусылар байрамы
- Колонналар кис көнө ҡояш батҡанда
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Ростральная колонна (Владивосток)
Иҫкәрмә
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads

