Санкт-Петербург дәүләт университетының Ботаника баҡсаһы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Санкт-Петербург дәүләт университетының Ботаника баҡсаһы Ун ике коллегия Бинаһы ихатаһында урынлашҡан. 4600-ҙән ашыу төр үҫемлек иҫәпләнә.
Remove ads
Тарихы
Ботаника баҡсаһы 1840-сы йылдар башында А. Н. Бекетов инициативаһы буйынса ойошторола, ул ботаника баҡсаһын булдырыуға ғына түгел, уның үҫешенә лә ҙур өлөш индерә.
1935 йылдан Ленинград дәүләт университетының Ботаника баҡсаһы мәҙәниәт һәм сәнғәт тарихы ҡомартҡыһы булып тора һәм дәүләт һаҡлауы аҫтында тора. Бөйөк Ватан һуғышы ваҡытында эшләүен дауам итеүсе университет хеҙмәткәрҙәре тырышлығы арҡаһында баҡса коллекцияларын блокада йылдарында һаҡлап ҡалырға мөмкин була. Санкт-Петербург дәүләт университетының Ботаника баҡсаһы дендрологик парк һәм ботаника баҡсаһы сифатында федераль әһәмиәтендәге айырыуса һаҡланған тәбиғәт территорияһы булып тора.[2]
Remove ads
Баҡса торошо
Университеттың Ботаника баҡсаһында бөгөнгө көндә түбәндәге коллекциялар менән бер нисә оранжерея бар:
- ылыҫлы үҫемлектәр
- кактустар
- суккуленттар
- һыу-һаҙлыҡ үҫемлектәре
- урындағы флораның һирәк һәм һаҡланыусы үҫемлектәре
- Европаның һәм Көньяҡ-Көнсығыш Азияның субтропик үҫемлектәр
- Австралияның субтропик үҫемлектәре
- Төньяҡ һәм Көньяҡ Американың субтропик үҫемлектәре
- тропик абағалар
- декоратив бер йыллыҡ һәм күп йыллыҡ үҫемлектәр.
Ботаника баҡсаһының коллекцияһында бөтәһе 4600-ҙән ашыу төр үҫемлектәр иҫәпләнә.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads

