Семеновка (Баймаҡ районы)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Семеновка (рус. Семёновское) — Башҡортостан Республикаһының Баймаҡ районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 377 кеше булған[4]. Почта индексы — 453631, ОКАТО коды — 80206842001.

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ үҙәге ...

Remove ads

Тарихы

Ҡасабаның барлыҡҡа килеүе 1912—1913 йылдарҙа Көньяҡ Урал тау сәнәғәте акционерҙар йәмғиәте (ЮУГАО) тарафынан алтын ятҡылыҡтары табылыу менән бәйле. 1920 йылда рудникта 103 йортта 790 башҡорт йәшәгән[5]. Ауылдың атамаһы ятҡылыҡтарҙың беренсел документацияһын әҙерләгән һәм бында эшләгән геолог Семенов фамилияһынан алынған[6].

1913 йылда ЮУГАО составындағы бында инглиз ҡоралмалары менән йыһазландырылған циан-ил заводы төҙөлә. 1913—1917 йылдарҙа 16 бот алтын сығарыла[7].

Революция һәм Граждандар һуғышы осоронда йәмғиәттең хужалары ҡыуыла һәм производство туҡтай. 1928 йылда ғына, ҡоралмаларын яңыртҡандан һәм фабрика һәм шахталарҙа электр уты бирелгәндән һуң, ҡабаттан тергеҙелә. Фабрика ҡарамағындағы шахтала 150—180 кеше эшләй. 1943 йылда ЗИФ (Золотоизвлекающая фабрика[8]) төҙөлә[7]. 1950-се йылдарға тиклем Семеновка шахталары фабриканы юғары кимәлдәге алтын менән тәьмин итә, был ауылға яҡшы үҫешергә мөмкинлек бирә. Хәҙерге ваҡытта алтын сығарыу фабрикаһы ябылған (1998 йылда) һәм ташландыҡ хәлендә, предприятие территорияһы тирә-яә мөхите өсөн етди хәүеф тыуҙыра[8]. Ауылдан кешеләр күпләп күсенә, яңы эш урындары эҙләй[7].

Remove ads

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь27612914746,753,3

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Remove ads

Географик урыны

  • Район үҙәгенә тиклем (Баймаҡ): 10 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Сибай): 51 км

Билдәле шәхестәре

  • Иҙелбаев Ғ. З. — Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы;
  • Тимеров Азамат Камил улы, (14 февраль 1969) — Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2006);
  • Салауатов Альберт Рәфҡәт улы (29.05.1971), йырсы. 2012 йылдан Сибай театр-концерт берекмәһенең артист-вокалсыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2010);
  • Рыҫкилдин Ҡасим Янбай улы — БМСК-ның элекке директоры;
  • Йәнбирҙин Йомағужа, Солтанғолов Шәкирйән, Әбдрәхимов Абдулла, Муллагилдина Ғәлима — почетлы шахтерҙар[7].

Семеновка руднигында шулай уҡ элекке Түбә руднигы идаралығы директорҙары Атанғолов Абдрахман Ғәлим улы һәм Ғәйнуллин Фәрүәз Әхмәҙи улы эшләгән[7].

Иҫкәрмәләр

Сығанаҡтар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads