Спасский Борис Васильевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Спасский Борис Васильевич
Remove ads

Спасский Борис Васильевич (30 ғинуар 1937 йыл) — СССР һәм Франция спортсыһы, шахмат буйынса унынсы донъя чемпионы (19691972). Халыҡ-ара гроссмейстер (1955), СССР-ҙың атҡаҙанған спорт мастеры (1965). Ике тапҡыр СССР чемпионы (1961; 1973), ун тапҡыр шахмат олимпиадаһында ҡатнашыусы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...

Спасский 1955 йылда егеттәр араһында дәғүәселәр турнирына һайлап алыуҙа еңеп үҙе тураһында белдерә. Әммә һуңынан ул дәғүәселәр циклына ике тапҡыр рәттән һайлап алыуҙан үтә алмай. 1966 йылда ҡаршы Тигран Петросянға ҡаршы донъя беренселеге уйындарында ҡатнашыу хоҡуғы ала, әммә еңелде. Өс йыл үткәс, ошо уҡ дәғүәсегә араһындағы уйында Спасский таж яулай. 1972 йылда ул Роберт Фишерҙан еңелә. 1976 йылда гроссмейстер Францияға эмиграциялана, 2012 йылда Рәсәйгә ҡайта. 1980 йылдар аҙағында тиклем юғары кимәлдә сығыш яһауын дауам итә. 2010 йылда Василий Смыслов вафат булғандан һуң Борис Спасский — шахмат буйынса иҫән булған донъя чемпиондары араһында иң олоһо.

Тәүге осорҙарҙа Спасский уйынын һөжүм итеүсе ҡатнаш стиле менән айырылып тора. Ваҡыт үтеү менән ул дебют репертуарын, позиция оҫталығын һәм эндшпиль техникаһын камиллаштыра һәм билдәле булған осоронда уйындың барлыҡ компоненттарында ла көслө универсаль уйынсы була.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads