Спенсер Трейси

From Wikipedia, the free encyclopedia

Спенсер Трейси
Remove ads

Спе́нсер Тре́йси (ингл. Spencer Tracy; 5 апрель 1900 йыл — 10 июнь 1967 йыл) — Америка актёры, иң яҡшы ир-ат роле өсөн ике тапыр «Оскар» премияһы лауреаты. Был бүләкте ике йыл рәттән алыусы ике актёрҙың береһе. Америка кино сәнғәте институты уны «бөйөк 100 кино йондоҙҙары» араһында 9-сы урынға ҡуйҙы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Трейси үҙ тормош юлын тиҙ генә һайлай алмай, ул, драма сәнғәте академияһында белем алыуға ҡарамаҫтан, оҙаҡ йылдар буйына иғтибарһыҙ ҡалып килә.

Утыҙ йәше тулған Трейсиҙы актёрҙар биографияһында бик күп гангстерҙар ролен асҡан Джон Форд үҙенең «Йылға буйлап өҫкә (Вверх по реке)» (1930) комедияһында төшөргә саҡыра. Был комедияның үҙ нюансы бар: төрлө тормош сәбәптәре арҡаһында яңылыш юлға баҫырға мәжбүр булған ябай яҡшы егет тураһында һүҙ бара. Бындай ролдәрҙе ул «Еңел миллион (Легкие миллионы)» (1931), «20 000 лет в Синг-Синге» (1932), «Отбросы общества» (1936) фильмдарында ла уйнай.

Трейсиҙың тышҡы  ҡиәфәте — тура ҡарашы, асыҡ йөҙө, буй-һыны тамашасы өйрәнгән енәйәтсе йәки яуыз кеше төшөнсәһенә тура килмәй. Әгәр ҙә Фриц Лангтың «Ярость»  фильмында суд Линчында саҡ-саҡ ғәйепһеҙгә ҡорбан булған геройы ролен уйнамаған булһа, ул үҙе лә, бәлки, тышҡы ҡиәфәте арҡаһында  ҡорбан булған булыр ине. Был ролде башҡарыу актёрҙы бөтөнләй икенсе төрлө эш киңлегенә килтереп сығара.

Һәр саҡ тәбиғи, гримһеҙ тиерлек, бары тик үҙ мөмкинлегенә генә таянып фильмға төшкән актёр үҙ тамашасыһын икһеҙ-сикһеҙ һөйкөмлөлөгө менән арбай, ул тышҡы ҡиәфәте, манералары, уйыны менән Жан Габенды хәтерләтә, тик американса.

Трейси геройҙары — прагматиктар һәм ғәйрәтле кешеләр, мәҫәлән, «Эдисон — человек» (1940) фильмындағы Томас Эдисон . Илле йылдан ашыу ижад осоронда Трейси Голливудта ике йыл рәттән «Оскар» премияһына лайыҡ булған берҙән-бер актёр. Трейси башта «Отважные капитаны» (1937, Р. Киплинг романы буйынса) португал морягы роле өсөн, ә һуңынан «Город мальчиков» (1938) фильмында йәш енәйәтселәр өсөн мәктәптең дин әһеле ролен башҡарған өсөн бүләкләнә. бынан һуң да ул Оскар премияһына дәғүә итеүсе була.

Актёр ижад биографияһында Кэтрин Хепбёрн менән мөхәббәт-романтик союз  айырым урын биләп тора, был союз 1941 йылдан алып Трейси вафат булғансы дауам итә. Ғәҙәттә, улар лирик комедияларҙа бергә уйнай. Мәҫәлән, «Женщина года» (1942), «Ребро Адама» (1949), «Пэт и Майк» (1952) фильмдарында. Һуңғы тапҡыр кинофильмға  Трейси менән Кәтрин Хепберн 1967 йылда бергә төшә. Бынан һуң 20 йыл үткәс, актриса «Наследие Спенсера Трейси: дань уважения от Кэтрин Хепберн» документаль фильмын Трейсиға бағышлай.

1960 йылдарҙа актёр «үҙ режиссерын» — Стэнли Крамерҙы таба. Бер-бер артлы актёр уйнаған алтын фондҡа ингән  «Пожнёшь бурю» (1960), «Нюрнбергский процесс» (1961), «Это безумный, безумный, безумный, безумный мир» (1963), «Угадай, кто придёт к обеду?» (1967)  фильмдары сыға.  Заманса рухлы, социаль мәсьәләләрҙе күтәргән фильмдар актёрҙың нескә психологизм һәм юморын, юғары интеллектын күрһәтеүсе әҫәрҙәр булып тора. Стэнли Крамер актёр тураһындағы интервьюла: «Беҙ бер-беребеҙгә оҡшағанбыҙ, һәм был сифатыбыҙ беҙгә был эште бергәләп эшләргә ярҙам итә. Беҙҙең һуңғы («Угадай, кто придёт к обеду?») фильмының кульминацион мәлен төшөргән саҡта Спенсер яҡшылыҡ һәм яуызлыҡ көстәре тураһында монолог һөйләне. Актёрҙар, яҡтыртыусылар, операторҙар менән бергә  мин дә уға ныҡлап ҡул саптым, ә бер нисә көндән һуң ул яҡты донъяны ташлап китте. Ул бик ныҡ ауырыу булған икән. Үлеренән дүрт көн элек ул: «Беҙ яҡшы картина эшләнек. Әгәр бөгөн кис мин үлһәм, һеҙ минән башҡа ла төшөрөп бөтөрә аласаҡһығыҙ» - тип әйтте. Спенсер Трэйси — бөйөк америка актёры».

Спенсер Трейсиҙың кинолағы төшкән ролдәре 70-тән артыҡ. Ғүмере аҙағында  актёр диабеттан һәм гипертониянан яфалана. 1967 йылдың 10 июнендә Лос-Анджелес ҡалаһында ул 67 йәшендә йөрәк өйәнәгенән вафат була. Форест-Лаун зыяратында ерләнә.

Remove ads

Һайланма фильмографияһы

Thumb
Спенсер Трейси « Доктор Джекилл и Мистер Хайд» фильмында

Награда һәм номинациялары

Ентеклерәк мәғлүмәт Награда, Йыл ...

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads