Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Стәрлетамаҡ рус дәүләт драма театры — Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы драма театры.
XX быуат башында Стәрлетамаҡта бер нисә рус театры, опера ансамбле, башҡорт драма театры эшләй.
1946 йылдың 5 февралендә Белорет драма театры базаһында рус дәүләт драма театры ойошторола[1][2].
Труппаны БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре Константин Христофорович Шахбазиди етәкләй. Театр У. Шекспир, Ф. Шиллер, Л. Н. Толстой, А. Н. Островский, А. П. Чехов, Т. Уильямс, Д. Камю, У. Фолкнер әҫәрҙәрен сәхнәләштерә, барлығы 400 пьеса ҡуйыла.
Театр эшмәкәрлегендә заманса алымдар менән ҡуллана. Театр репертуарында хәҙерге заман жанрҙарының бөтә спектры — трагифарс, фарс-раунд, рок-притча, трагикомик фантазия һәм башҡалар бар. Театр төрлө фестиваль — конкурстарҙа ҡатнаша.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads