Стәрлетамаҡ — Белорет трактындағы әбей батша күперҙәре

Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Берәтәк ауылы эргәһендә Оло Нөгөш йылғаһы аша һалынған күпер. From Wikipedia, the free encyclopedia

Стәрлетамаҡ — Белорет трактындағы әбей батша күперҙәреmap
Remove ads

Ташкүпер (Әбей батша күпере, Кәтерина күпере) — Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Берәтәк ауылы эргәһендә Оло Нөгөш йылғаһы аша һалынған күпер. Ул Екатерина II осоронда Стәрлетамаҡ — Белорет трактында (халыҡ телендә «Екатерина юлы») XVIII быуатта төҙөлгән күперҙәрҙең береһе.

Ҡыҫҡа факттар Файҙаланыу өлкәһе, Киҫешә ...
Remove ads

Төҙөлөү тарихы

Берәтәк ауылы менән Ишембай районының Һәйет ауылы араһында ике күпер бар: береһе ағастан (1975 йылда яңынан төҙөлә), икенсеһе таштан. Таш күпер тәү төҙөлгән килеш тиерлек һаҡланған һәм әле лә сафта.

Күперҙәрҙең төҙөлөү тарихы тураһында:

« Брәтәк ауылы Белорет — Стәрлетамаҡ трактында урынлашҡан. Был бик боронғо юл. Был юл халыҡ телендә «Екатерина юлы» тип тә йөрөтөлә. Юл һалыу тарихы Әүжән-Петровск заводы менән бәйле булырға тейеш. Берг-коллегияның 1753 йылдың 16 ноябрендәге указына ярашлы Әүжән йылғаһы буйында купец К. Матвеев тарафынан заводҡа нигеҙ һалына. 1755 йылда завод эшләй башлай. Ҡағы заводы 1769 — йылда Демидов тарафынан төҙөтөлә. Егәҙе ауылы һәм заводы 1890 йылда барлыҡҡа килә »

, — тип яҙа Вәли Ғүмәров[1].

Катерина юлы, күперҙәр тураһында викидәреслектән уҡығыҙ[2]

Remove ads

Шулай уҡ ҡарағыҙ

Фотолар

Сығанаҡтар

  • Таң гәзите. 2013 йыл, 5 март, шишәмбе, № 27 (9505) (Рафаэль Атауллин. Брәтәк ауылы)
  • Ғүмәров В. Ғ.Брәтәк ауылы тарихы

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads