Сүәйс (Суэц)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Сүәйс (Суэц)map
Remove ads

Сүәйс - рус. Суэ́ц[3] (ғәр. السويس, рус. Эс-Сувайс[4]) — Мысырҙың төньяҡ-көнсығышындағы ҡала һәм эре порт.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Дәүләт ...

Remove ads

Географияһы

Сүәйс ҡалаһы Ҡыҙыл диңгеҙҙәге Сүәйс ҡултығының төньяҡ осонда, Сүәйс каналына көньяҡтан ингән ерҙә урынлашҡан.

Сүәйс мүхәфәҙәһенең административ үҙәге.

Ике гаване бар: Порт Ибраһим (рус. Порт-Ибрагим, лат. Port Ibrahim) һәм Порт Тәүфиҡ (рус. Порт-Тауфик, лат. Port Tawfiq).

Тимер юл линиялары һәм автострадалар аша Ҡаһирә һәм Порт Сәйет (рус. Порт-Саид) бәйләнеш тота.

Thumb
Порт Тәуфиҡ, Сүәйс
Remove ads

Тасуирламаһы

Химия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте үҫешкән. Нефть эшкәртеү продукттары нефть үткәргес торба аша илдең баш ҡалаһы Ҡаһирәгә тиклем еткерелә.

Сүәйс Мәккә ҡалаһында хаж ҡылыусылар өсөн мөһим халыҡ-ара транзит станцияһы булып тора.

Халыҡ һаны 417 мең кеше (1998).

Тарихынан

VII быуатта хәҙерге Сүәйс янында Ҡыҙыл диңгеҙ менән Нил йылғаһын тоташтырыусы каналдың көнсығыш осо булған.

XVI быуатта ҡала төрөктәрҙең эре хәрби-диңгеҙ базаһы булып торған.

1869 йылда Сүәйс каналы төҙөлгәндән һуң ҡала мөһим халыҡ-ара порт статусына эйә була.

1973 йылдың октябрендәге Дүртенсе ғәрәп-израиль һуғышы ваҡытында ныҡ емерелгән була. 1975 йылдан һуң тергеҙелгән.


Иҡтисады

  • Сүәйс каналы, металлургия заводы.

Туғандаш ҡалалар


Климаты

Ентеклерәк мәғлүмәт Ҡала климаты, Күрһәткес ...
Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads