Сәйәси репрессия ҡорбандарына һәйкәл (Өфө)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Өфөлә сәйәси репрессия ҡорбандарына һәйкәл ҡаланың Совет районында Еңеүҙең 50 йыллығы скверында Йәштәр һарайы артында урынлашҡан (элекке Юбилей Мәҙәниәт йорто).

Ҡыҫҡа факттар Дәүләт, Административ-территориаль берәмек ...

Remove ads

Тарихы

Һәйкәл төҙөү тураһында ҡарар Башҡортостан Республикаһының Юғары Советы Президиумының «Өфө ҡалаһында сәйәси репрессия ҡорбандарына һәйкәл ҡороу» ҡарарына ярашлы 1993 йылдың 2 сентябрендә ҡабул ителә, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы рәйесе М. Рәхимов[1] тарафынан һәм Башҡортостандағы сәйәси репрессия ҡорбандарының Ассоциацияһының почетлы рәисе Х. Туләйев инициативаһы менән ҡул ҡуйыла[2].

Башҡортостан хөкүмәте һәйкәлдең иң яҡшы архитектура-художество төҙөлөшөнә конкурс иғлан итә[3].

Һәйкәл Ю. Солдатов (проект авторы, скульптор) һәм Л. Дубинский (архитектор) тарафынан эшләнә. Эштәрҙе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте финанслай. «Урал таштары» сикләнгән йәмғиәте вәкилдәре (мәрмәр киҫәктәрен Карелияла таба) һәм «УМПО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте (бронза ҡоя) ярҙам күрһәтә.

2000 йылдың 23 декабрендә карел ташынан торған 6 метрлыҡ бейклектәге стела һәм бронзанан торған скульптура композицияһы (балаһын тотҡан әсә) асыла. Ташҡа «Сәйәси репрессия ҡорбандарының иҫтәлегенә», «Тик изге аҡыл тормошто һаҡлар …» (башҡорт һәм рус телендә) тигән яҙыуҙар һалынған.

Сәйәси репрессия ҡорбандарына һәйкәл — Өфөнөң тарихи-мәҙәни ҡомартҡыһы, бөтә сәйәси репрессиянан һәләк булғандарға хөрмәт һәм ҡайғы билдәһе. Сәйәси репрессиялар ҡорбандарының Хәтер көнөндә һәйкәлгә сәскәләр һалалар[4][5][6].

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads