Термез
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Термез (үзб. Termiz/Термиз, фарс. ترمذ; бор. фарс. tara-maiθa - аша сығыу урыны[3]) — Үзбәкстандың Сурхандарья өлкәһендә (вилайәтендә) урынлашҡан иң көньяҡ ҡала, Сурхандарья вилайәтенең административ үҙәге һәм иң ҙур ҡалаһы.
Remove ads
Тарихы
Урта Азия һәм Үзбәкстандың иң боронғо ҡалаларының береһе — уға 2500 йылдан ашыу. 2014 йылда Термез Әмир Тимер ордены менән бүләкләнә.
Термезда һәм уның тирә-яғында бер нисә боронғо археологик һәм архитектура ҡомартҡылары, зороастрий, несториан осоро һәм буддистарҙың боронғо емереклектәре, ҡәлғәләре һәм ҡаласыҡтары, шулай уҡ ислам архитектураһы ҡомартҡылары һаҡланған.
Галереяһы
- Лотос сәскәләре араһындағы фил, Иҫке Термез,б.э. II-III быуаттар.
- Будда монахтар менән. Фаязтеп
- Солтан Сәғәҙәт мавзолейҙары ансамбле
- Солтан Сәғәҙәт мавзолейҙар ансамбле
- Ҡушан шаһзадәһе, Дальверзин-тепе, б.э. I быуат, Үзбәкстан, Үзбәкстан халыҡтары тарихы Музейы
- Термез гербы
- Термез баҙарында алыш-биреш
- Совет БТР-ҙарының һуңғы колоннаһы Афғанстанды ҡалдыра. 1989 йыл
- Дуҫлыҡ күпере
Климаты
Термез климаты — йомшаҡ, әммә бындай киңлек өсөн сағыштырмаса һалҡын ҡышлы эҫе сүллек, ә йәйҙәре үтә эҫе.
Remove ads
Халҡы
2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ҡала халҡының һаны 140 000-дән ашыу кеше тәшкил итә (илдә 15-се). 2014 йылдың 1 ғинуарына халыҡ һаны 136 200 кеше.
Халыҡтың төп өлөшөн үзбәктәр тәшкил итә, шулай уҡ ҡалала тажиктар, урыҫтар, татарҙар, төркмәндәр һәм башҡа милләт вәкилдәре йәшәй. Ҙур булмаған афған диаспораһы бар.
Дини планда күпселекте мосолман-сөнниҙәр, шулай уҡ христиандар (башлыса — православие динендәгеләр), шиғыйҙар, бахаиҙар һәм башҡалар бар.
Иҫтәлекле урындары
Remove ads
Наградалары
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads