Том Хэнкс
Актер From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
То́мас Дже́ффри (Том) Хэнкс (ингл. Thomas Jeffrey «Tom» Hanks; 9 июль 1956 йыл) — Америка актёры, кинорежиссёр, сценарист һәм продюсер.
Карьераһын ғаилә менән ҡарай торған («Большой» (1988) комедияһында башлай. Ҡырҡ йәштәр тирәһендә етди драматик артист булараҡ таныла һәм «Филадельфия» (1993) һәм «Форрест Гамп» (1994) фильмдарындағы ролдәр өсөн ике «Оскар» премияһына лайыҡ була, донъя кинематографы тарихында был бүләкте ике йыл бер рәттән алыусы ике артистың береһе[12].
Оскарлы ролдәренән башҡа, Хэнкс шулай уҡ режиссёр Стивен Спилберг менән эшләүсе артист булараҡ билдәле. 2017 йылда Хэнкс уйнаған фильмдар 9 миллиард доллар аҡса килтерә[13]. Том Хэнкс - шулай уҡ кино тарихында иң ҙур гонорар алыусы, «Ангелы и демоны» фильмындағы профессор Роберт Лэнгдон роле өсөн ул ($51 млн-дан әҙ генә артығыраҡ аҡса ала, унан күберәк сумманы бары тик «Начало» фильмында Кобба ролен башҡарған Леонардо Ди Каприо ($59 млн.»)[14] ала. Том Хэнкс иң күп аҡса эшләүсе актёрҙар араһында өсөнсө урынды биләй[15].
Remove ads
Тормош юлы
Бала сағы
Томас Джеффри Хэнкс 9 июль 1956[16] Конкорд ҡалаһында (Калифорния штаты)[17] тыуған. Атаһы-инглиз, әсәһе — португал. Уның атаһы урындағы ресторанда шеф-повар булып эшләй, ә әсәһе дауаханала хеҙмәт итә. Томми - ғаиләлә өсөнсө бала. Уға биш йәш тулғас, ата-әсәһе айырылыша, һәм америка ҡануниәте буйынса өс баланы (Том, Ларри[18] һәм Сандраны[19]) аталары алып ҡала. Том Хэнкс йәш сағында уҡ актёрлыҡ һәләтлегенә һәм йор һүҙлелеккә эйә була. Ул Сакраментолағы Калифорния университетына уҡырға инә. Кливлендта сығыш яһаған бәләкәй генә актёрҙар төркөмө уны үҙ составына эшкә саҡырғас, Том Хэнкс университетта уҡыуҙан баш тарта.
Кинолағы карьераһының башланыуы
Том Хэнкс кинола 1980 йылда кинола төшә башлай. «Он знает, как вы одиноки»[16] фильмы - уның дебюты. Дүрт йыл үткәндән һуң «Всплеск»[16] романтик комедияһындағы роль уны тамашасыларға яңынан асырға мөмкинлек бирә. Голливудтың иң матур артисы Дэрил Ханна ҡалаға яңылыш ҡына йөҙөп ингән һыу инәһе ролен уйнай. Ул саҡта ябыҡ ҡына, йәп-йәш Том Хэнкс был таныш булмаған сәйер һылыуға ғашиҡ булған һатыусы ролен башҡара. Фильмдың финалында ғашиҡтар, ҡаланың һалҡын, мәрхәмәтһеҙ донъяһынан ҡасып, океанға йөҙөп китә.

Шунан һуң Хэнксты фильмдарға төшөрә башлайҙар. Тағы ла дүрт йылдан Хэнкс үҙе тураһында тамашасыларҙың иҫенә төшөрә. Был Хэнкстың «Большой»[20] фильмында бала аҡыллы, оло ир тәнле герой ролен уйнағас килеп сыға. Ғәҙәти булмаған сюжет актёрға үҙенең ижади үҙенсәлеген күрһәтергә ярҙам итә. Был роль уға «Золотой глобус» бүләген һәм беренсе «Оскар»[21] номинацияһын килтерә. Шулай уҡ«Тёрнер и Хуч» фильмы ла уға ҙур уңыш килтерә.

1980-се йылдарҙа Том Хэнкс ун фильмда төшә, ләкин иң шәп ролдәрен ул 1990-сы йылдарҙа башҡара. «Неспящие в Сиэтле» (1993)[20] фильмында улы йоғонтоһо аҫтында мөхәббәтен тапҡан яңғыҙ ҡалған атай ролен уйнау уға ҙур уңыш килтерә[22]. «Их собственная лига» фильмы артистың романтизмдан башҡа тағы ла икенсе үҙенсәлеген аса. Том Хэнкс ҡатын-ҡыҙҙар бейсбол командаһының тупаҫ холҡло, мәңге иҫерек тренеры ролен бик оҫта башҡара.
«Филадельфия» (1993) фильмында уның СПИД-тан үлеп барған гомосексуал герой ролен башҡарыуы бөтөнләй көтөлмәгән хәл була. Был ролде уйнар өсөн ул бик ныҡ ябыға һәм үҙе уйнаған геройҙың ҡылығын асып бирер өсөн 10 килограмға ябыҡҡан актёр Роберт де Нироның ҡаһарманлығын ҡабатлай. Был роль өсөн Хэнкс «Оскар» премияһына лайыҡ була .
Кинолағы уңыш
Актёрҙы төп триумф алда көтә. «Форрест Гамп» (1994) фильмында Том Хэнкс төп ролде уйнай һәм был кинола иң ысын шаҡ ҡатырғыс хәл булып тора. Уның геройы — тирә-йүндәге кешеләрҙең көлөүенә дусар булған ябай йәш кеше. Гамптың йөҙөнә ҡарап, уны «урындағы йүләр» тип йөрөтәләр, сөнки был уның битенә яҙып ҡуйылған. Шуға ҡарамаҫтан, Форрест Гамп үҙ елкәһенә төшкән һынауҙарҙың барһын да йырып сыға. Ул пинг-понгта оҫта уйнай һәм Ҡытайҙа үткән донъя чемпионатында еңеүсе, вьетнам һуғышының геройы, миллионер булып китә һәм күп кешеләргә өлгө булып тора. Картинала шулай уҡ яуапһыҙ ҡалған мөхәббәт тә үҙенең сағылышын таба. Фильм алты «Оскар» премияһына өлгәшә[23].
Бер рәттән ике тапҡыр «Оскар» премияһын алып[24], Хэнкс милли геройға әйләнә. Уның артабанғы фильмы - «Аполлон 13» 1970 йылда Айға уңышһыҙ осоу тураһында.
1996 йылда Том Хэнкс, беренсе тапҡыр хитҡа эләккәс тә таралып киткән йәштәр ансамбле тарихы тураһында документаль манералағы киноның режиссёры булараҡ, дебют яһай. Уның «То, что ты делаешь» фильмы, ҙур асыш булып тормаһа ла, тәнҡит тарафынан йылы ҡабул ителә[25].
2006 йылда «Код да Винчи» фильмы сыға, ул Хэнкс карьераһындағы иң уңышлы фильм була, сөнки 750 миллион тапҡыр прокатта күрһәтелә[26]. 2009 йылда «Ангелы и демоны» фильмының сиквелы , ә 2016 йылда «Инферно»[27] фильмының дауамы сыға.
Remove ads
Шәхси тормошо

Хэнкс америка актрисаһы Саманта Льюис менән 1978-1987 йылдарҙа йәшәй. Уларҙың ике балаһы: улдары Колин (шулай уҡ актёр) һәм ҡыҙҙары Элизабет Энн[28] - бар.
1988 йылда Том Хэнкс актриса Рита Уилсонға өйләнә. Уларҙың никахында ике улдары: Честер һәм Трумен - тыуа.
2011 йылдың 1 февралендә Том Хэнкс ҡартатай була: улы Колиндың Оливия исемле ҡыҙы тыуа[29]. 2013 йылдың июнендә Хэнкстың икенсе ейәнсәре Шарлотта донъяға килә[30].
Том Хэнкс — православие христианы{/0.[31]. Ҡатыны Рита Уилсон да православиела, Хэнкс менән Рита православие сиркәүендә ниҡахлашҡан (РПЦЗ).
.
2013 йылдың октябрендә эфирҙәге Дэвид Леттермандың Fox News каналындағы шоуы ваҡытында актёр шәкәр диабеты менән сирләгәне тураһында һөйләй.
2013 йылда Том британ телесериалы «Доктор Кто»ны бала сағынан уҡ яратыуы тураһында һөйләй:
Я знаком с «Доктором Кто» c раннего детства, — отметил актёр. — Первый цветной телевизор в нашей семье появился в 1968 году. Мы жили в Калифорнии, и у нас было очень много таких каналов, которые никто не смотрит. Там показывали японские мультфильмы и «Доктора Кто». Мы постоянно смотрели этот сериал, потому что он был очень странным. Все говорили с британским акцентом, а ещё там были эти огромные роботы в виде солонки… Но он был очень интересным. Так я и стал поклонником шоу.Оригинал текст (инг.)We got our first colour TV in 1968, and in California that meant all these extra channels nobody watched, filled with trippy Japanese cartoons – and Doctor Who! And we always watched because the English video just looked so weird, and you had the guy with the big red hair and the bow tie.
“And everyone talked in English accents and there were these big salt and pepper shaker robots and we’d look at each other and say ‘Can you make any sense out of this?’ But it was… intriguing. And that’s the root of my affection.
— [32]
Remove ads
Фильмографияһы
Актёр
Продюсер
- 2000 — Изгой / Cast Away
- 2002 — Моя большая греческая свадьба / My Big Fat Greek Wedding
- 2004 — Полярный экспресс / The Polar Express (исполнительный продюсер)
- 2004 — В шоу только девушки / Connie and Carla
- 2006 — Гроза муравьев / The Ant Bully
- 2006 — Попасть в десятку / Starter for 10
- 2007 — Эван Всемогущий / Evan Almighty
- 2007 — Война Чарли Уилсона / Charlie Wilson's War
- 2008 — Великий Бак Ховард / The Great Buck Howard
- [13]} (1936)
- 2008 — Мамма миа! / Mamma Mia
{0}[13]{/0}} (1936) '
- 2009 — Моё большое греческое лето / My Life in Ruins * (исполнительный продюсер)
- 2009 — Там, где живут чудовища / Where the wild things are
- 2010 — Тихий океан / The Pacific
- 2011 — Ларри Краун / Larry Crowne
- 2012 — Игра изменилась / Game Change
- 2013 — Парклэнд / Parkland
- 2016 — Моя большая греческая свадьба 2 / My Big Fat Greek Wedding 2
- 2016 — Голограмма для короля / A Hologram for the King
- 2017 — Сфера / The Circle
Режиссёры
- 1994 — Байки из склепа / Tales from the Crypt
- 1996 — То, что ты делаешь / That Thing You Do
{0}[13]{/0}} (1936) '
- 2001 — Братья по оружию / Band of Brothers
- 2011 — Ларри Краун / Larry Crowne
Сценарист
- 1996 — То, что ты делаешь / That Thing You Do
{0}[13]{/0}} (1936) '
- 1998 — С Земли на Луну / From the Earth to the Moon
- 2001 — Братья по оружию / Band of Brothers
- 2005 — Путешествие на Луну 3D / Magnificent Desolation: Walking on the Moon 3D
- 2011 — Ларри Краун / Larry Crowne
- 2011 — Электрический город / Electric City
Композитор
- 1996 — То, что ты делаешь / That Thing You Do
[13]} (1936) (песни к фильму)
Remove ads
Бүләктәре һәм номинациялары
Полный список наград и номинаций на сайте IMDb[33].
Remove ads
Факттар
- Актёр как-то шутливо пожаловался, что режиссёры постоянно просят его то пополнеть, то похудеть (последнее требование чаще всего исходит от друга Хэнкса, режиссёра Рона Ховарда, с которым они сделали уже три фильма). В частности, ради роли в драме «Изгой» Хэнксу пришлось похудеть на 20 килограммов и отрастить внушительную бороду.
- Том Хэнкс коллекционирует печатные машинки[34].
- В 2015 году снялся в клипе «I Really Like You» канадской певицы Карли Рэй Джепсен[35].
- В 2016 году награжден одной из высших наград США для гражданских лиц Президентской медалью Свободы[36].
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads