Тюфяков Сергей Михайлович

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Тюфяков Сергей Михайлович (1 апрель 1949 йыл) — баянсы, педагог, профессор (1996), Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы (1996), БАССР-ҙың атҡаҙанған артисы (1986); Волга буйы йәш баянсылар конкурсы, И. Я Паницкий исемендәге I конкурс-фестивале, халыҡ-ара «Фогтлад музыка көндәре» (Клингенталь, ГДР) Халыҡ-ара конкурсы лауреаты[1].

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...
Remove ads

Биографияһы

Сергей Михайлович Тюфяков 1949 йылдың 1 апрелендә Өфөлә тыуған. 1973 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын баян класы буйынса (уҡытыусылары -В. Ф. Беляков һәм В. К. Моисеев) тамамлай.

Был йыл стажировка үтә 1975—1979 йылдарҙа Гнесиндар исемендәге. Дәүләт музыка-педагогия институтында стажировка үтә.

1974 йылдан алып Өфө дәүләт сәнғәт институтының халыҡ инструменттары кафедраһы уҡытыусыһы, 1991 йылдан музыка факультеты деканы, 2006—2015 йылдарҙа институттың ситтән тороп уҡытыу буйынса проректоры итеп тәғәйенләнә.

1973—1995 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы.

Remove ads

Башҡарыу оҫталығы

Сергей Михайлович Тюфяковтың репертуарында сит ил, ватан һәм башҡорт композиторҙары әҫәрҙәре, ү шулай уҡ башҡорт, татар, урыҫ халыҡ йырҙарының эшкәртеүҙәре.

«Эмоционаллеге менән айырылып башҡарыу сәнғәте тәрән уның, темперамент, виртуоз техника, артистизм, ансамблде нескә хистәре», — тип билдәләй башҡорт энциклопедияһы[2].

1987 йылдан Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артистары В. В. Грачев һәм В. В. Фильчев менән берлектә баянсылар триоһы составында сығыш яһай. Гастролдәр менән Рәсәй, Германия, Ҡаҙағстан, Көньяҡ Корея буйлап йөрөй.

Remove ads

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads