Түбәнге Серге

From Wikipedia, the free encyclopedia

Түбәнге Сергеmap
Remove ads

Түбәнге Серге (рус. Ни́жние Серги́) — ҡала, Свердловск өлкәһенең Түбәнге Серге районы үҙәге.

Ҡыҫҡа факттар Нигеҙләү датаһы, Рәсми атамаһы ...

Remove ads

Географияһы

«Түбәнге Серге муниципаль районы» муниципаль берәмеге Түбәнге Серге ҡалаһы — «Түбәнге Серге ҡала биләмәһе» муниципаль берәмегенең административ үҙәге. Ул Урта Уралдың көнбайыш битләүендә, Екатеринбург ҡалаһының көнбайыш-көньяҡ-көнбайышында, унан 82 километр алыҫлыҡта (автотрасса буйынса 98 км), башлыса Ҡариҙел йылғаһының уң ҡушылдығы Серге йылғаһының уң ярында урынлашҡан. Ҡаланың көнсығыш өлөшөндә Түбәнге Серге быуаһы төҙөлгән.

Ҡалала Свердловск тимер юлының Түбәнге Серге тимер юл станцияһы бар, ул Чусовская — Дружинино — Бирҙәүеш йүнәлешен хеҙмәтләндерә. Ҡаланың көньяҡ-көнбайыш өлөшөндә «Түбәнге Серге» шифаханаһы урынлашҡан[3].

Remove ads

Ҡала тарихы

Түбәнге Серге ҡалаһы, хәҙерге Урал ҡалаларының күбеһе кеүек үк, мәғдәнселек сәнәғәте нигеҙендә барлыҡҡа килгән. 1743—1744 йылдарҙа башҡорттарҙан алынған ерҙәрҙә Никита Демидов суйын һәм тимер эшкәртеү заводы төҙөй. Завод 1789 йылда Михаил Павлович Губинға һатылған.

1963 йылдың 1 февралендә Түбәнге Серге ҡалаһы өлкә буйһоноуындағы ҡалалар иҫәбенә индерелә, ә ҡаланың Хеҙмәтсәндәр депутаттары советы Свердловск Хеҙмәтсәндәр депутаттарының өлкә советы ҡарамағына тапшырыла[4].

Remove ads

Этимологияһы

Ҡаланың исеме үҙе ярында урынлашҡан Серге йылғаһынан килеп сыҡҡан, Түбәнге билдәләмәһе иһә йылғаның түбәнге ағымында булыуын күрһәтә, ә йылға үрендә Үрге Серге ҡасабаһы көн итә. Атаманы коми теленән килеп сыҡҡан тиеүселәр бар, мәгәр "Башҡортостан Республикаһы топонимдары һүҙлеге"ндә Ҡариҙел йылғаһының был ҡушылдығы атамаһы башҡорт телендәге серге һүҙенән алынған тип яҙылған[5]

Климаты

Ғинуарҙың уртаса температураһы −16 °C, июлдә — яҡынса +17 °C. Яуым-төшөм йылына яҡынса 500 мм.

Халҡы

Ентеклерәк мәғлүмәт Халыҡ иҫәбе ...

2019 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ҡала халҡы һаны буйынса Рәсәй Федерацияһының 1115 ҡалаһынан 958-се урында булған2016 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халҡы буйынса ҡала Рәсәй Федерацияһының 1112[18] ҡалаһы араһында [19] 375-се урында була.

Remove ads

Шифахана

Түбәнге Серге — Уралдағы иң әүәлге бальнеологик курорттарҙың береһе. Төп дауалауҙың тәбиғи факторҙары булып шифалы һыуы тора. Бында ашҡаҙан-эсәк ауырыуҙарын дауаларға киләләр[20].

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads