Ультрафиолет нурланыш

күренеүсе яҡтылыҡтыҡынан ҡыҫҡараҡ тулҡын оҙонлоҡло электромагнит нурланыш From Wikipedia, the free encyclopedia

Ультрафиолет нурланыш
Remove ads

Ультрафиолет нурланыш (ультрафиолет нурҙары , УФ-нурланыш) — электромагнит нурланыш, күренмә һәм рентген нурланышы араһындағы спектр диапазонын алып тора. УФ-нурланыштың тулҡыны оҙонлоғо интервалы- 10-дан 400 нм (7,5·1014—3·1016 Гц). Термин лат. ultra — артып киткән, ары һәм фиолет (violet, миләүшә төҫ). Ябай һөйләш телендә «ультрафиолет» тип кенә йөрөтөлә[1].

Ультрафиолет бите бында йүнәтелә. Был терминдың башҡа мәғәнәләре лә бар, ҡарағыҙ: Ультрафиолет (мәғәнәләр).
Ҡыҫҡа факттар Алдағы, Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе ...
Thumb
Ультрафиолет нурланыш а минералдарҙың люминесценцияһы
Remove ads

Асыу тарихы

Thumb
И. В. Риттер, 1804

Инфраҡыҙыл нурланыш асылғас, немец ғалимы- физик Иоганн Вильгельм Риттер күренмә спектрҙың икенсе яҡ осондағы тулҡын оҙонлоғо фиолет (миләүшә) төҫөнөкөнән ҡыҫҡараҡ нурланышты эҙләй башлай .

1801 йылда ул көмөш хлоридының яҡтылыҡ аҫтында күренмәй торған спектрҙың фиолет(миләүшә) төҫөнән ары нурланыш аҫтында тиҙерәк тарҡала башлауын аса. Көмөш хлориды яҡтылыҡ аҫтында ҡарая, спектрҙың төрлө өлөшө ҡарайыу тиҙлегенә төрлөсә тәҫьир итә. Спектрҙың фиолет өлөшөндә ул тиҙерәк ҡарая. Шул саҡта ғалимдар яҡтылыҡ өс айырым компоненттан тора тип килешә : окислительный йәки йылытыусы (инфраҡыҙыл) компонент, яҡтыртыусы компонент (күренеүсе яҡтылыҡ) һәм ҡайтанан тергеҙеүсе (ультрафиолет) компонент.

Спектрҙың өс айырым өлөшөнөң берҙәмлеге тураһында идея 1842 йылда Александр Беккерелдең, Мачедонио Меллони һәм башҡаларҙың хеҙмәттәрендә тәүге тапҡыр донъя күрә.

Remove ads

Ярым типтар

Ультрафиолет нурланышының электромагнит спектрын төркөмсәләргә төрлөсә бүлергә мөмкин. Ҡояш нурланышын билдәләү буйынса ISO стандарты (ISO-DIS-21348)[2] түбәндәге билдәләмәләрҙе бирә:

Ентеклерәк мәғлүмәт Атамаһы, Тулҡын оҙонлоғо, нм ...

Яҡын ультрафиолет диапазонды йыш ҡына «ҡара яҡтылыҡ» тип атайҙар, сөнки уны кеше күҙе танымай, әммә ҡайһы бер материалдарҙан сағылғанда спектр фотолюминесценция күренеше арҡаһында күҙгә күренгән нурланыш өлкәһенә күсә. Әммә сағыштырмаса юғары сағыулыҡтарҙа, мәҫәлән, диодтарҙан, нурланыш 400 нм күҙгә күренгән яҡтылыҡ сиген эләктерһә, күҙ миләүшә яҡтылығын күрә.

Оҙон һәм экстремаль диапазонда «вакуум» (VUV) термины йыш ҡулланыла, сөнки был диапазон тулҡындары Ер атмосфераһы тарафынан ныҡ һеңдерелә.

Remove ads

Ультрафиолет сығанаҡтары

Thumb
Ҡояштың ультрафиолет нурланышы

Тәбиғи сығанаҡтар

Ерҙәге ультрафиолет нурланыштың төп сығанағы — Ҡояш. Нурланыштың УФ-А һәм УФ-В көсөргәнешлеге нисбәте, Ер өҫтөнә сыҡҡан ультрафиолет нурҙарҙың дөйөм күләме түбәндәге факторҙарға бәйле:

  • Ер өҫтөндә атмосфера озоны концентрацияһынан;
  • офоҡ өҫтөндә Ҡояш бейеклегенән;
  • атмосфера таралыуынан;
  • болот япмаһы торошонан;
  • УФ-нурҙарҙың ер өҫтөнән сағылыш дәрәжәһе (һыу, тупраҡ);
Thumb
Ике ультрафиолет люминесцент лампалар

Яһалма сығанаҡтар

Күренгән яҡтылыҡтың электр сығанаҡтарын үҙләштереү менән бер рәттән УФ-нурланыштың яһалма сығанаҡтарын (УФ АИ) булдырыу һәм камиллаштырыу арҡаһында бөгөнгө көндә медицинала УФ-нурланыш, профилактик, санитар һәм гигиена учреждениелары, ауыл хужалығы һ. б. менән эшләүсе белгестәргә тәбиғи УФ-нурланышты ҡулланыуға ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ мөмкинлектәр бирелә. Фотобиологик саралар (УФБД) ҡоролмалары өсөн уф-лампалар эшләү һәм етештереү әлеге ваҡытта бер нисә эре электр лампалары етештереүсе фирмалар шөғөлләнә. УФБД өсөн УФ-лампалар ассортименты бик киң һәм күп төрлө: мәҫәлән, донъяның алдынғы етештереүсеһе Philips 80-дән ашыу типҡа эйә. Яҡтыртыуҙан айырмалы рәүештә, УФ-нурланыш сығанаҡтары, ҡағиҙә булараҡ, һайланма спектрға эйә, ул билдәле бер ФБ процесы өсөн мөмкин булған иң юғары эффектҡа өлгәшеү өсөн тәғәйенләнгән.

Кеше һаулығына тәьҫире

Тирегә тәьҫир итеүе

Thumb
Һаҡлағыс кремдар ярҙамында ультрафиолет нурланышты ҡаплау. Уң яҡтағы фото УФ-нурҙарҙа төшөрөлә, крем һүрәт рәүешендә һыланған

Тиренең нурҙарҙан тәбиғи һаҡлау һәләтен артып киткән ультрафиолет нурланыштың тәьҫир итеүе төрлө дәрәжәләге яныуға килтерә.

Ультрафиолет нурланыш мутациялар (ультрафиолет мутагенез) барлыҡҡа килеүенә килтерә. Мутацияларҙың барлыҡҡа килеүе, үҙ сиратында, тире яман шешенә, тире меланомаһына һәм уның ваҡытынан алда ҡартайыуына килтереүе мөмкин. Тире меланомаһы осраҡтарының 86 проценты ҡояштың ультрафиолет нурҙарына саманан тыш тәьҫир итеүҙән барлыҡҡа килә[3].

Күҙҙәргә тәьҫир итеүе

Урта тулҡын диапазонлы ультрафиолет нурланышы (280-315 нм) кеше күҙҙәренә һиҙелмәй тиерлек һәм башлыса мөгөҙсә эпителийы тарафынан йотола, ә көсөргәнешле нурланышта радиационное зарарланыуға — мөгөҙсә яныуына (электроофтальмия) килтерә. Был күҙҙәрҙән көслө йәш ағыуы, яҡтыға күҙ сағылыу, мөгөҙсә эпителийы шеше, блефароспазм менән сағыла. Күҙ туҡымаларының ультрафиолетҡа реакцияһы һөҙөмтәһендә тәрән ҡатламдар (мөгөҙсә стромаһы) зыян күрмәй, сөнки кеше организмы ультрафиолет нурланыштың күреү органдарына тәьҫирен рефлексив рәүештә юҡҡа сығара, йәғни эпителий ғына зыян күрә. Эпителий тергеҙелгәндән һуң күреү һәләте, күп осраҡта, тулыһынса тергеҙелә.

Күҙҙең селтәрле ҡабығына тиклем ҡыҫҡа тулҡынлы диапазонлы ультрафиолет (100-280 нм) үтеп инә ала. Ҡыҫҡа тулҡынлы ультрафиолет нурланыш ғәҙәттә башҡа диапазондарҙың ультрафиолет нурланышы менән оҙатылғанлыҡтан, тимәк күҙҙәргә көсөргәнешле тәьҫир иткәнлектән, мөгөҙсә яныуы (электроофтальмия) күпкә иртәрәк барлыҡҡа килә.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads