Ушков Геннадий Александрович
спортсы, тренер. Еңел атлетика буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1987) һәм республика категориялы судья (1963). БАССР-ҙың атҡаҙанған физик к From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ушков Геннадий Александрович (14 ноябрь 1931 йыл — 7 апрель 1994 йыл) — спортсы, тренер. Еңел атлетика буйынса РСФСР-ҙың атҡаҙанған тренеры (1987) һәм республика категориялы судья (1963). БАССР-ҙың атҡаҙанған физик культура хеҙмәткәре (1987)[1].
Remove ads
Биографияһы
Геннадий Александрович Ушков 1931 йылдың 14 ноябрендә БАССР-ҙың Шишмә районы Языков ауылында[1] (Башҡортостандың Благовар районы) тыуған.
1959 йылда П. Ф. Лесгафт исемендәге Ленинград физик культура институтын тамамлай. Өфөлә спорт менән бәйле төрлө учреждениеларҙа эшләй. Башта Башҡортостан физик культура техникумында уҡыта, артабан, 1961 йылдан алып, Республика йәштәр спорт мәктәбенә күсә. 1964 йылдан — Башҡортостан өлкә советы «Хеҙмәт» ДСО-һында, 1971 йылда — Салауат Юлаев исемендәге спорт клубы ДЮСШ-нда, 1983 йылдан башлап Башҡортостан Республикаһының Юғары спорт оҫталығы мәктәбендә эшләй[1]. 1965 йылдан алып Башҡортостан Республикаһы Еңел атлетика федерацияһының тренерҙар советы рәйесе.
Remove ads
Спорт ҡаҙаныштары
1500 метрға йүгереүҙә, швед еңел атлетика эстафетаһы (1953—1954) буйынса Башҡортостан чемпионы һәм рекордсмены[2]. 1958—1959 йылдарҙа Ленинград йәштәр йыйылма командаһына инә. Республикала 35 йыллыҡ тренерлыҡ эше дауамында (1959—1994) халыҡ-ара класлы спорт мастеры Л. Матвееваны, яҡынса 20 спорт мастерын, донъя, СССР, РСФСР чемпиондарын әҙерләй[2]. 1961—1994 БАССР йыйылма командаһы тренеры. 1971—1994 йылдарҙа Рәсәй йыйылма командаһы тренеры. Шулай уҡ 1980-сы йылғы Олимпиадала СССР йыйылма командаһы тренерҙарының береһе була[1].
1994 йылдың 7 апрелендә Өфөлә вафат була.
Remove ads
Иҫкәрмәләр
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads