Финляндия вокзалы янындағы В. И. Ленин һәйкәле
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Финляндия вокзалы янындағы В. И. Ленин һәйкәле Рәсәйҙең Санкт-Петербург ҡалаһында В. И. Ленингә ҡуйылған иң беренсе һәйкәлдәрҙең береһе. 1926 йылда, Ленин үлгәндән һуң өс йыл үткәс, ҡуйылған эре масштаблы һәйкәл. Унда Ленин, 1917 йылда сит илдән вокзалға ҡайтҡас та, броневик өҫтөнә баҫып телмәр тотҡан итеп һүрәтләнгән. Һәйкәл иртә конструктивизм стилендә скульптор Сергей Евсеев һәм архитекторҙар Владимир Щуко менән Владимир Гельфрейх тарафынан проектланған. Скульптура һыны һәм стиле башҡа скульпторҙар тарафынан күсермә итеп ҡулланылған. Һәйкәл 2009 йылда бомба шартлау һөҙөмтәһендә зыян күрә, әммә һуңынан тергеҙелә. Финляндия вокзалы янында торған В. И. Ленин һәйкәле федераль әһәмиәтле мәҙәни мираҫ объекты статусына эйә.
Remove ads
Ленин Финляндия вокзалында

Владимир Ленин Беренсе бөтә донъя һуғышы ваҡытында Швейцарияла ҡыуылып йәшәй. Рәсәйҙәге Февраль революцияһынан һуң немец властары уға пломба ҡуйылған поезда Германия территорияһы аша үтергә, артабан паромға ултырып Хельсинкиға барырға, ә унан һуң поезда Петроградҡа (хәҙер Санкт-Петербург) тиклем барырға рөхсәт итәләр. Финляндия вокзалына килгәндә ул большевиктар тарафынан бик ныҡ йылы ҡаршылана, һәм ,броневик башняһына менеп, үҙен ҡаршы алыусылар алдында телмәр тота[2], халыҡҡа «Йәшәһен социалистик революция!» тип мөрәжәғәт итә[3]. Артабан ул машинала большевиктарҙың Кшесинский особнягындағы штаб-фатирына килә, бында большевизмды яҡлап телмәр тота, меньшевиктар һәм эсерҙар партияһын ғәйепләй[4].
Remove ads
Һәйкәл

1926 йылда төҙөлгән һәйкәл Лениндың Советтар Союзы ҡуйған беренсе иң эре скульптураһы[5], монументтың бейеклеге 11 метр самаһы тәшкил итә[3]. Ленин броневик башына баҫып телмәр тотҡан итеп һүрәтләнгән [6]. Уның проектын иртә конструктивизм стилендә скульптор Сергей Евсеев, архитекторҙар Владимир Щуко һәм Владимир Гельфрейх эшләгән[7]. Бронза Фигураһы бронзанан яһалған, ә броневикты һүрәтләгән һикәлтәләр — таштан булдырылған[8].
Лениндың өҫтөндә галстуклы костюм, жилет һәм пальто Был уның Советтар Союзының лидеры булған саҡтағы кейеме, ә 1917 йылдағы кейеме түгел. Был осорҙағы башҡа Ленин һәйкәлдәрендәге кеүек, ул баш кейемендә түгел (кепкаһы пальтоһының уң кеҫәһенә тығып ҡуйылған). Ленин, уң ҡулын яурынына тиклем күтәреп, ҡул суғын һәм усын алға табан һуҙған[9]. Ошо һыны ууның башҡа күп һәйкәлдәренә хас[10]. Лениндың һул ҡулы пальтоһы һәм пинжәгенең лацкандарын тотҡан[8]. Иосиф Бродский , броневикка баҫтырып ҡуйылған был лидер кеше һәйкәле элекке лидерҙарҙың атлы һындарына оҡшаш, тип сағыштырған[6].
Remove ads
Тарих
Лениндың вафатынан һуң уға һәйкәле ҡуйыу планлаштырыла. Был һәйкәлде эшләү өсөн эшселәр араһында аҡса йыйыу ойошторола, һәм 1924 йылдың 16 апрелендә Финляндия вокзалы янында уға нигеҙ һалына. Һәйкәл проектына Бөтә союз конкурсы иғлан ителә, унда илдең алдынғы скульпторҙары һәм архитекторҙар ҡатнаша. 1924 йылдың авгусында конкурс эштәре күргәҙмәһе асыла, унда Щуко, Евсеев һәм Гельфрейх проектынан тыш, шулай уҡ Манизер, Фомин, Лангбард, Рудневтарҙың проекты ла ҡатнаша. Һөҙөмтәлә жюри Щуко, Гельфрейх һәм Евсеевтарҙың проектына өҫтөнлөк бирә, был скульптура өҫтөндә эш башлана. Ленин һәйкәленең авторы юлбашсының фотоһүрәттәрен өйрәнә, уларға Ленин менән таныш большевиктар ярҙам итә. 1926 йылдың майында һәйкәл моделе әҙер булып, ул тулыһынса раҫлана. «Ҡыҙыл выборжец» заводында һәйкәл ҡойола. Бының өсөн яҡынса 10 тонна бронза кәрәк була, металл етмәү сәбәпле, уның өсөн снаряд гильзаларын да иретергә тура килә[3].
1926 йылдың 7 ноябрендә һәйкәл Октябрь революцияһының туғыҙ йыллығына асыла
Һәйкәл башта ҙур булмаған майҙанда, вокзал алдында, тарихи осрашыу урынында тора. Артабан ул Бөйөк Ватан һуғышы тамамланғандан һуңҡалалағы реконструкция ваҡытында яңы ҙур урынға, Ленин майҙанының үҙәгенә, күсерелә[7]. Скульптура Финляндия вокзалына арҡаһы менән , ә Нева йылғаһына алды менән ҡаратып ҡуйылған[10].
2009 йылдың 1 апрелендә сәғәт 4:30 һында бомба шартлай[11]. Скульптура арҡаһы яғынан зыянлана, пальтоһында диаметры 80-100 см тишек барлыҡҡа килә[12]. Һөжүм итеүселәрҙе таба алмайҙар. Скульптура реставрацияға алып кителә һәм 2010 йылдың апрель айында яһалған скульптура урынына кире ҡайтарыла.
Галереяһы
- Совет осорондағы марка
- Ленин майҙаны
- 2009 йылда реставрация ваҡытында постаментҡа скульптураны ҡуйыу
- Күренеш
Иҫкәрмә
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads

