Циклоптар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Циклоп[1][2] йәки кикло́пы[3][4] («түңәрәк күҙлеләр», һ. б. бор. юнан. κύκλος — «түңәрәк» һәм όψις — «күҙ») — боронғо грек мифологияһында[5] персонаждар төркөмө, төрлө фараздарҙа илаһи заттар (Гея һәм Уран балалары) йә иһә һирәк осрай торған халыҡ.



Өлкән циклоп
Циклоптар — бер күҙле өс алпамыша, (Гея һәм Уран балалары[6], «Громовой») һәм Стероп (Στερόπης, «Балҡыусы»)[7].
Аталары циклоптарҙы тыуыу менән бәйләп, Тартарға ырғыта[8]. Уран ҡолатылғас, уларҙы титандар азат итә, әммә Кронос тағы уларҙы бығаулай[9].
Зевс Кронос менән тәхет өсөн көрәш башлай. Циклоптар титандар менән барған һуғышта олимпия аллаларына ярҙам итһен өсөн Зевс уларҙы Тартарҙан сығара. Быны ул циклоптарҙың әсәһе Гея кәңәше буйынс эшләй. Циклоптар Зевсҡа перундарҙы (күк күкрәүен һәм йәшендәрҙе) ҡойоп бирәләр[10]. Зевс уларҙы титандар өҫтөнә яуҙыра. Аидҡа улар шлем, Посейдонға трезубец ҡойоп бирәләр[11], Гефест менән Афинаны һөнәргә өйрәтәләр[12].
Титаномахия тамамлағандан һуң да циклоптар Зевсҡа хеҙмәт итеүҙәрен дауам итәләр — йәшен йәшнәтеүсегә ҡорал ҡоялар. Бронт һәм Стероп тимерҙе Гефест тимерлегендә ҡоялар тип телгә алыныла[13].
Уларҙың үлеме
Циклоптарҙы Аполлон юҡ итә. Быны ул Зевс йәшене менән Аполлондың улы Асклепийҙы[14] һәләк иткәс эшләй (ә был перунды циклоптар ҡойған була).
Уларҙан һуң тимерлектә Гефест эшләй башлай.
Remove ads
Кино
- Седьмое путешествие Синдбада
- Циклоп
- Перси Джексон и Море чудовищ
Шулай уҡ ҡарағыҙ
- Тепегёз
Иҫкәрмәләр
Һылтанма
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads