Шәйех

From Wikipedia, the free encyclopedia

Шәйех
Remove ads

Шәйех (ғәр. شيخ - аҡһаҡал, оло дәрәжәле, башлыҡ, староста) — Исламда күренекле дин әһеленең абруйлы исеме.

Иман шарттары

Тәүхид
Фәрештәләр
Китаптар
Пәйғәмбәрҙәр
Яуап көнө
Тәҡдир

Исламдың биш нигеҙе

Шәһәҙәт
Намаҙ
Ураҙа
Зәкәт
Хаж

Шәхестәр

Мөхәммәт
Ислам пәйғәмбәрҙәре
Сәхәбәләр
Хәлифәләр

Шулай уҡ Яҡын һәм Урта Көнсығышта ҡайһы бер халыҡтарҙа ауыл старостаһы [1].

Thumb
Һыбайлы Мансур Шәйех. (Төньяҡ Кавказдың беренсе имамы). Руслан Хасханов һүрәте.
Remove ads

Икенсе мәғәнәләре:

  • Ғәрәп ярымутрауында ғәрәптәрҙең ҡәбилә юлбашсылары.
  • Әмир дәрәжәһендәге һәр ҡайһы кеше шәйех тип атала. Ислам ойошмалары ҡайһы саҡ юлбашсыларын шәйех тип иғлан итә.
  • Ҡайһы бер Көнсығыш һәм Африка илдәрендә мосолман хакимдары, кенәздәре титулы, шулай уҡ, ғөмүмән, был титулды йөрөткән кеше. Шулай уҡ мосолман юлбашсыһы мәғәнәһендә ҡулланыла [2]

Шәйех суфыйсылыҡта

Кәм тигәндә илле йәштән олораҡ кеше; ҡарт. Суфыйсылыҡта мөриттәр етәксеһе була. Шәйех үҙенең функциялары буйынса уҡытыусыға яҡын, ләкин унан айырмалы рәүештә предметтар уҡытып ҡына ҡалмай, уҡыусылары менән рухи бәйләнештәр урынлаштыра һәм рухи остазы ла булып тора. Дин юлынан барыуҙан тыш, хоҡуҡи фәндәрҙе белергә, Ҡөрьән тәфсирен һәм хәҙистәрҙе шәрехләй белергә бурыслы. Ул иң яҡшы әхлаҡи сифаттарға эйә булырға тейеш. Шәйехтәр шулай уҡ мөршит тип тә атала [3].

Remove ads

Цитата

« Киске, йәғни аҡшам намаҙына тиклем Зәйнулла мәсеттә үҙенең мөриттәре менән осрашып, улар менән бергә Нәҡшбәндиә туғанлығының ... махсус доғаларын уҡыған »

[4]

Һүҙ йәки исем өлөшө

Әҙәбиәт

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads