Эйяфьядлайёкюдль

From Wikipedia, the free encyclopedia

Эйяфьядлайёкюдль
Remove ads

Эйяфьядлайё́кюдль[1] (Эйяфьядлайёкудль[2]; исл. Eyjafjallajökull, [ˈɛɪjaˌfjatlaˌjœːkʏtl̥] ) — ҙурлығы буйынса Исландияла алтынсы боҙлоҡ. Исландияның көньяғында, Рейкьявиктан 125 км (77 миль) алыҫлыҡта урынлашҡан. Ошо боҙлоҡ (бер өлөшө күрше Мюрдальсйёкудль боҙлоғо) аҫтында конус формаһындағы үҙ исеме булмаған, матбуғатта ябайлаштырып боҙлоҡ исеме менән йөрөтөлә торған Эйяфьядлайёкюдль вулканы урынлашҡан.

Ҡыҫҡа факттар Урынлашыуы, Вулкан формаһы ...

Бейеклеге 1666 метр, майҙаны яҡынса 100 кв. км. Вулкан кратеры диаметры 3—4 км (2010 йылға тиклем боҙ менән ҡапланған))[3].

Көньяҡ ситендә Скоугар ҡасабаһы урынлашҡан. Боҙлоҡтан билдәле Скоугафосс шарлауығы булған Скоугау (исл. Skógá) йылғаһы бушлана[4].

Remove ads

Тарихы

Thumb
2010 йылдың 27 марты

18211823 йылдарҙа вулкан атылғандан һуң вулкан йоҡлаған тип иҫәпләнгән[3]. Вулкандың һуңғы атылыуы 2010 йылдың 10 мартында 22:30 һәм 23:30 сәғәттә GMT[5] башлана. Боҙлоҡтоң көнсығыш өлөшөндә 0,5 км самаһы ярыҡ барлыҡҡа килә, был ваҡытта көл сығарып ташлау күҙәтелмәй.

2010 йылдың 14 апрелендә вулкан атылыуы көсәйә[6], вулкан көлөн һауаға сығарып ташлау күбәйә. Был, 16—20 апрельдә һәм өлөшләтә майҙа, Европа өҫтөндә һауа киңлеген ябыуға сәбәпсе була.

VEI шкалаһы буйынса вулкан көсөргәнешлеге билдәһеҙ. Эйяфьятлайокудль вулканы — бетонланға ҡарар ителгән беренсе вулкан[7].

Remove ads

Исеме

Исеме ислан телендә (исл. Eyjafjallajökull) — утрау тауҙары боҙлоғо тигәнде аңлата.

  • исл. Eyja [ɛɪja] — утрау,
  • исл. Fjall [fjatll] — тау,
  • исл. Jökull [jœːkʏtl] — боҙлоҡ.

Ҡарағыҙ

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads