Язов Дмитрий Тимофеевич

From Wikipedia, the free encyclopedia

Язов Дмитрий Тимофеевич
Remove ads

Язов Дмитрий Тимофеевич (8 ноябрь 1924 йыл[3][4][5] — 25 февраль 2020 йыл, Мәскәү) — совет хәрби етәксеһе. СССР-ҙың оборона министры (1987—1991). Советтар Союзы Маршалы (1990 йылдың 28 апреле). КПСС Үҙәк Комитеты Политбюроһы ағзалығына кандидат (1987—1990). КПСС Үҙәк Комитеты ағзаһы (1987—1991 йылдарҙа). СССР-ҙың Президент советы ағзаһы (1990). СССР-ҙың Именлек советы ағзаһы (1991). ГКЧП ағзаһы (1991). Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Ҡыҫҡа факттар Зат, Гражданлыҡ ...

Язов дәрәжә бирелеүе буйынса ла, беҙҙең заманға килеп етеү ваҡыты буйынса ла иң һуңғы Советтар Союзы Маршалы.

Remove ads

Биографияһы

Дмитрий Тимофеевич Язов 1924 йылдың 8 ноябрендә Омск губернаһы Калачинск өйәҙе Крестинкс улусының Язово[6] ауылында тыуа[7]. Атаһы — Язов Тимофей Яковлевич (1902—1933(4?[4]), әсәһе — Мария Федосеевна Язова (1904), крәҫтиәндәр. Ғаиләлә дүрт бала була.

Бөйөк Ватан һуғышы

Thumb
Мәскәү пехота училищеһы курсанты 16 йәшлек Дмитрий Язов. 1941 йыл

Ҡыҙыл Армияға үҙ теләге менән 1941 йылдың ноябрендә, урта мәктәпте тамамлап та өлгөрмәҫтән 17 йәшлек егет булып хеҙмәткә бара. Бының өсөн үҙенә бер йәш өҫтәп, 1923 йылда тыуғанмын, тип яҙҙыра һәм РСФСР Юғары Советы исемендәге Мәскәү Ҡыҙыл Байраҡлы пехота училищеһына (1941 йылдың 2 декабренән 1942 йылдың 28 ғинуарына тиклем Новосибирскиҙа эвакуацияла була) уҡырға алына һәм уны 1942 йылдлың июнендә тамамлай[8][9]. Мәктәпте тамамлау тураһындағы аттестатын 1953 йылда, майор дәрәжәһендә ала.

Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында 1942 йылдың авгусынан. Волхов һәм Ленинград фронттарында уҡсылар взводы командиры[10] һәм 177-се уҡсылар дивизияһы 483-сө уҡсылар ротаһының уҡчылар ротаһы командиры, Ленинград фронтында кесе лейтенанттарҙың фронт курстары взводы командиры вазифаһында һуғыша[11]. Ленинградты обороналауҙа, Балтика буйында совет ғәскәрҙәренең һөжүм операцияларында, немец ғәскәрҙәренең Курлянд төркөмөн блокадалауҙа ҡатнаша. 1944 йылда ВКП(б)-ға инә.

Ике тапҡыр яралана. Тәүгеһендә аяғы яралана һәм ике айҙан һуң ҡабат сафҡа баҫа. Икенсе тапҡыр 1943 йылда Ленинград блокадаһын өҙгәндә башы һәм йөҙө яралана. Һауығып сыҡҡас фронт курстары взводы командиры итеп тәғәйенләнә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарындағы батырлыҡтары өсөн 1945 йылда Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградлана. Һуғыш ваҡытында Волхов фронтының командирҙар составын камиллаштырыуҙың фронт курстарын тамамлай.

Remove ads

Иҫкәрмәләр

Әҙәбиәт

Литература

Һылтанмалар

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads