Янка Купала исемендәге парк (Минск)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Янка Купала паркы — Минск үҙәгендә Еңеү Майҙанынан алыҫ түгел 1950 йылда нигеҙ һалынған ял итеү һәм мәҙәниәт паркы. Исеме белорус шағиры Янка Купала хөрмәтенә аталған.
Проект архитекторы — И. Руденко.
Remove ads
Урынлашыуы
Янка Купала урамы һәм Бойондороҡһоҙлоҡ проспекты киҫешкән урында, Свислочь йылғаһының уң яҡ ярында урынлашҡан.
Тарихы
Нигеҙ һалыныуы
Парк Бөйөк Ватан һуғышынан һуң барлыҡҡа килә[1], 1949 йылда нигеҙ һалына һәм БССР-ҙың 30-йыллығы исемен ала. Быға тиклем был урында бер — ике ҡатлы йорттар торған була. Парктың төп өлөшөнә 1950 йылда нигеҙ һалына. Парктың төп аллеяһы паркка төп инеү урыны урынлашҡан Бойондороҡһоҙлоҡ проспектынан (ул ваҡытта — Сталин проспекты) Свислочь бөгөлөшөнә ҡарай диагональ буйынса урынлашҡан. Төп һәм үҙәк аллеялар сатында, парк үҙәгендә фонтан урынлашҡан.
1959 йылда парк биләмәһендә Я. Купаланың әҙәби музейы төҙөлә. Музей шағир 1927—1941 йылдарҙа йәшәгән йорт торған урында төҙөлә. Йорт Бөйөк Ватан һуғышы башланғандың бишенсе көнөндә янып юҡҡа сыға, Янка Купаланың күп кенә ҡулъяҙмалары һәм архивы һәләк була. Бөгөн музейҙа — 36 меңдән ашыу экспонат (был шағирҙың ҡулъяҙмалары, тере сағындағы баҫмалары, автографлы китаптар, фотоһүрәттәр, документтар, шағирҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге менән бәйле мәҙәниәт һәм көнкүреш әйберҙәре).
1970-се йылдарҙа ҡайтанан планлаштырыу
Башта төп аллеяның башында С. И. Грицевец һәйкәле ҡуйылған була (Ленин урамынан күсерелә), уның урынына 1972 йылда шағирҙың тыуыуының 90-йыллығына Янка Купала һәйкәле ҡуйыла (скульпторҙары А. Аникейчик, Л. Гумилевский, А. Заспицкий, архитекторҙары Ю. Градов, Л. Левин). Фонтан да яңынан төҙөлә, уның скульптура композицияһы боронғо халыҡ байрамы — «Купалье» моменттарының береһен, һыуға веноктар ебәреүҙе сағылдыра, шуға ла ул «Венок» тип атала.
Remove ads
Галерея
- Янка Купала музейы
- Һәйкәл тирәһендә түтәлдәр
- Юлдар
- Велосипед юлы
- Кәмәлек
Иҫкәрмәләр
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads
