Янка Купала һәйкәле (Минск)
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Минскта Янка Купала һәйкәле — Минск ҡалаһында мәшһүр белорус шағиры Янка Купала һәйкәле. 1972 йылда Янка Купала исемендәге паркта халыҡ шағирының тыуыуының 90-йыллығына ҡуйыла[1].
Remove ads
Һәйкәлдең композицияһы
Ҙур гранит постаментта Янка Купала бөтә кәүҙәһе менән, ҡулына таяҡ тотоп баҫып тора. Һәйкәл нигеҙендә— шишмә һәм абаға сәскәһе. Һәйкәл Янка Купаланың шәхесен шағир-көрәшсе итеп кәүҙәләндерә.
Тарихы
Шағирҙың һәйкәле өсөн урын Янка Купала исемендәге паркта, диоганаль эшләнгән аллеяла, алдан уҡ билдәләп ҡуйылған була, ул урын егерме йылдан ашыу буш тора.
Янка Купалаға беренсе һәйкәл Минскта Үҙәк скверҙа 1949 йылдың 23 июнендә ҡуйылған була[2]. Ул гранит постаментҡа урынлаштырылған шағирҙың бюсынан ғибәрәт була. 1972 йылда Янка Купала паркында яңы һәйкәл ҡуйыла, ә бюст шағирҙың тыуған иле Вязынкаға күсерелә, хәҙер ҙә ул шунда тора.
Remove ads
Авторҙары
Скульпторҙар:
- Л. Гумилевский
- А. Аникейчик
- А. Заспицкий
Архитекторҙар:
- Л. Левин
- Ю. Градов
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads


