Ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институты
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институты (1903-1918) — рус. Женский педагогический институт - Рәсәй империяһы Санкт-Петербург ҡалаһындағы юғары уҡыу йорто.
Remove ads
Тарихы
Институт 1903 йылдың 23 июнендә Рәсәйҙең батшабикә Мария ведомствоһы учреждениелары системаһындағы Санкт-Петербург ҡатын-ҡыҙҙар гимназиялары ҡарамағындағы педагогик курстар[2] нигеҙендә ойошторолған. Институттың беренсе директоры С. Ф. Платонов була. Яңы булдырылған Ҡатын-ҡыҙҙар педагогия институтына (Рәсәйҙә беренсе ҡатын-ҡыҙ педагогик уҡыу йорто) етәкселек итеп, ул уҡыу йортон өлгөлө хәлгә еткерә[3].
Институт итеп курстарҙы үҙгәртеп ҡороу идеяһын инспектор А. Н. Страннолюбский тәҡдим иткән. Институт программаһын булдырыуға тос өлөш индергән А. Е. Пресняков "хәҙерге курстар — «маргарин» (йәғни, тулы сифатлы түгел) учреждение, ә беҙ махсус типтағы юғары мәктәп төҙөргә теләйбеҙ " тип яҙа (1898).
Тасуирлама
Институттың маҡсаты — ҡатын-ҡыҙ уҡыу йорттарының бөтә синыфтары өсөн уҡытыусылар әҙерләү булып тора. Институт батшабикә Мария ведомствоһы учреждениелары системаһын ҡарамағында була. Уҡыусылар институтта уҡығанда практик күнегеүҙәр алһын өсөн уның янында башланғыс мәктәп һәм балалар баҡсаһы менән ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы була.
Институт 2 бүлеккә бүленә: тел ғилеме-тарих һәм физика-математика, һәр береһендә 4 йыллыҡ курс. Тәүге 2 йыл теоретик дәрестәргә бағышлана, ә 3 йылдан практик педагогик һабаҡтар биреү башлана. Институтта уҡытылған фәндәр: Закон Божий, философия фәндәре, педагогика, тел ғилеме-тарих, физика-математика, тәбиғи-тарихи фәндәр һәм сит телдәр.
Уҡытыусылары араһында С. Ф. Платонов (тәүге директор), С. П. Глазенап, П. Ф. Каптерев, А. Е. Пресняков, П. Н. Сакулин, М. Р. Фасмер, Ю. М. Шокальский була[4].
Институтҡа урта белем алған 16 йәштән олораҡ ҡыҙҙар ҡабул ителә. Курс тыңлаусылары күсеү имтихандарына дусар ителмәгән, ә конференция яҙмалары буйынса күсерелгән; аҙаҡҡы һынауҙар һәр предмет буйынса уның тамамланған курсында башҡарылған.
1905 йылдың 1 ғинуарына ҡарата институтта 300-ҙән ашыу кеше белем ала[5]
Совет осоронда
1918 йылда институт 1-се Петроград дәүләт педагогия институтыы итеп үҙгәртелә , ул 1922 йылда А. И. Герцен исемендәге Рәсәй дәүләт педагогия университеты менән берләштерелә[6].
Remove ads
Шулай уҡ ҡарағыҙ
Иҫкәрмәләр
Әҙәбиәт
Һылтанмалар
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads