Ҡашҡадаръя
From Wikipedia, the free encyclopedia
Remove ads
Ҡашҡадаръя, (үзб. Qashqadaryo, таж. Қашқадарё) — Тажикстандың Суғд өлкәһе һәм Үзбәкстандың Ҡашҡадаръя өлкәһендәге йылға.
Remove ads
Атамалары
Ҡашҡадаръя үзбәксәнән "Үтәҙек (үтә күренмәле) йылға" тип тәржемә ителә тип һанала [1]
Йылға баш алған ерҙә уны Обихунда тип атайҙар[2], түбәнгәрәк — Шиначаса́й,тамағына етәрәк — Мәймәнәкдаръя́.
Ҡашҡадаръя йылғаһы өлкәгә исем биргән. Өлкәнең баш ҡалаһы - Ҡаршы (был ҡалала 16.07.1914 Әхмәтзәки Вәлидов иң боронғо төрки телдә яҙылған «Ҡөрьән»де тапҡан) .
Гидрография
Йылға оҙонлоғо — 378 км, бассейны майҙаны, «Ҙур совет энциклопедияһы» мәғлүм иткәнсә, - 8780 км²[3], Үзбәкстандың милли энциклопедияһы — 12 000 км² самаһы тип яҙа[2].
Көнбайышта Зарафшан һәм Гиссар һыртынан баш ала. Дуаб ҡышлағынан алып түбәнгә табан Ҡашҡадаръя үҙәне тип атала. Ҡашҡадаръя (Обихунда) 2960 метр бейеклектә баш ала, Гиссарҙан көнбайышта Тауташ арҡаһынан 1,5 километр көнсығышҡараҡ аға [2]. Төп ҡушылдыҡтары: Аҡдарья (Аҡһыу), Тәнхизәдаръя һәм Гузардаръя.
Яуым-төшөмдән тулылана[3].
Remove ads
Хужалыҡта ҡулланыу
Ҡашҡадаръя һыуы баҫыуҙарҙы һуғарыу өсөн ҡулланыла, Ҡаршы оазисы янында йырҙаһы яйлап юҡҡа сыға. Йылғаның түбән яғы Эскианхор каналы аша Зарафшан йылғаһы һыуы менән туйындырыла. Ҡашҡадаръяла Чимкурган һыуһаҡлағысы төҙөлгән. XIII быуат башынаса Зарафшанға ҡойғолап торған[4].
"Ҡашҡадаръя" атамалы объекттар
Йылғаның исеме өлкәгә генә түгел, башҡа объекттарға ла ҡушыла. Мәҫәлән, Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфөлә "Ҡашҡадаръя" тип аталған Башҡорт-Үзбәк сауҙа-сәнәғәт корпорацияһы ябыҡ акционер йәмғиәте бар. Ул 2003 йылдың 22 декабрендә теркәлгән. Биналар һәм ҡоролмалар төҙөү, дөйөм төҙөлөш эштәре менән шөғөлләнә; йәшелсә-емеш эшкәртеү, кафе-ресторан хеҙмәте, фармацевтик тауарҙар менән сауҙа итеү һәм башҡа тармаҡтар ҙа уның даирәһенә инә.
Remove ads
Сығанаҡтар
- Боронғо ҡомартҡылар ере (недоступная ссылка)
- "КАШКАДАРЬЯ", БАШКИРСКО-УЗБЕКСКАЯ ТОРГОВО-ПРОМЫШЛЕННАЯ КОРПОРАЦИЯ ЗАКРЫТОЕ АКЦИОНЕРНОЕ ОБЩЕСТВО (недоступная ссылка)
- ТАИНСТВЕННАЯ КАШКАДАРЬЯ 2018 йыл 4 ғинуар архивланған.
Иҫкәрмәләр
Wikiwand - on
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Remove ads