Үрге Троицк (Туймазы районы)

From Wikipedia, the free encyclopedia

Remove ads

Үрге Троицк (рус. Верхнетроицкое) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 917 кеше[1]. Үрге Троицк ауыл Советының административ үҙәге. Почта индексы — 452783, ОКАТО коды — 80251815001.

Ҡыҫҡа факттар Ил, Федерация субъекты ...
Remove ads

Исеме

Ауыл атамаһы үрге һүҙенән һәм Троицк сиркәү исеменән килеп сыҡҡан[2]

Халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь817
2010 йыл 14 октябрь816

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса — күпселек милләттәр башҡорттар (44 %), урыҫтар (42 %)[3].

Remove ads

Тарихы

1752 йылда Ҡазан даруғаһының Ҡыр-Йылан улусы башҡорттарынан ҡуртымға алынған ерҙәрҙә Ҡыҙаш йылғаһы (Ыҡ йылғаһы ҡушылдығы) буйында И. Г. Осокин баҡыр иретеү заводына нигеҙ һала. Завод 1754 йылда эшләй башлай. Хәҙер завод ҡасабаһы урынында Туймазы районының Үрге Троицк ауылы урынлашҡан.

Урыҫ православие сиркәүе

Изге Троица храмы —Үрге Троицк ауылындағы ғибәҙәтхана, XVIII быуат архитектура ҡомартҡыһы, Ҡазан бароккоһы стилендә төҙөлгән. Бейек манараһы һәм өлөшләтә һаҡланып ҡалған һылап яһалған биҙәге бар. Стеналарының ҡалынлығы урыны менән 1,2 метрға етә. Бер нисә тәҙрә уйымдарында сүкеп яһалған тулҡын-ромб һүрәтле рәшәткәләр, ҡыҫып ҡуйылған тәҙрәләрҙә — горизонталь һәм тәре ҡиәфәтле бәйләүҙәр менән берләштерелгән һөңгө ҡиәфәтендәге вертикалдәр тора. Октябрь революцияһына тиклем ғибәҙәтхана округта төп мәхәллә булған. Уны төҙөгәндә иретмә әҙерләү өсөн йомортҡа ҡулланылған. Хәҙерге ваҡытта ғибәҙәтхана өлөшләтә тергеҙелгән[4][5][6].

Remove ads

Демографик ауырлыҡ үҙәге

2002 һәм 2010 йылдар халыҡ иҫәбен алыу һөҙөмтәләре буйынса ауыл Рәсәйҙең «демографик ауырлыҡ үҙәге» булып тора[7]: картала ауыл аша вертикаль һәм горизонталь һыҙылһа, илдең килеп сыҡҡан дүрт өлөшө халыҡ һаны буйынса яҡынса тигеҙ буласаҡ.

Географик урыны

Алыҫлығы:[8]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 30 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 30 км.

Урамдары

Урам исеме[9]:

  • Баҙар урамы (рус. улица Базарная)
  • Баҙар тыҡрығы (рус. переулок Базарный)
  • Горюхин урамы (рус. улица Горюхина)
  • Курск урамы (рус. улица Курская)
  • Урман урам (рус. улица Лесная)
  • Яңы урам (рус. улица Новая)
  • Биҫтә урамы (рус. улица Слободка)
  • Терентьевка урамы (рус. улица Терентьевка)
  • Мәктәп урам (рус. улица Школьная)

Билдәле шәхестәре

  • Белозёров Иван Семёнович (1925—1988) — совет нефть-газ сәнәғәте алдынғыһы. Коми АССР-ы халыҡ хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1965). Социалистик Хеҙмәт Геройы (1971).

Һылтанмалар

Иҫкәрмәләр

Loading related searches...

Wikiwand - on

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Remove ads