From Wikipedia, the free encyclopedia
Ёна — Мурманск өлкәһенең Ковдор районы ҡала округындағы ҙурлығы буйынса бишенсе урында торған ауыл. Ена йылғаһы тамағында, уның Кохозероға ҡойған ерендә урынлашҡан. Халҡы — 314 кеше (2010). Район үҙәгенә тиклем 40 км; Енский ҡасабаһынан — 3 км; Ена станцияһынан — 4& км. Башҡа тораҡ пункттар менән автомобиль һәм тимер юл транспорты бәйләй.
Беренсе тапҡыр Ено-Бабинский погосты 1574 йылда, батша Иван Грозный бойороғо буйынса төньяҡты тикшерегән Василий Огалин йылъяҙмаһында осрай. 1600 йылда погост башҡа ҙур ауылдар менән бер рәттән, Олай Мехалковтың йылъяҙмаһында телгә алына. Кольск ярымутрауының географик һүҙлегендә Ена (Иона) ауылын 1840 йылда Бабинск погостына килгәнбулып финн һәм саамдар нигеҙләгән тигән мәғлүиәт бар[3].
Халыҡ һаны, уларҙың йәшәгән биләмәһе тораҡ пункты, 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса ошо ауылда йәшәүселәр һаны 314 кеше тәшкил итә, шуларҙың 148-е - ир-ат (47,1 процент) 166-һы ҡатын-ҡыҙ (52,9 %)[4][5]. 2002 йылда ауылда 445 кеше йәшәгән.
Ауыл атамаһының барлыҡҡа килеүе тураһында бер нисә версия бар:
Элек ауылда 10-сы Ковдор һөнәрселек училищеһының (элекке ПУ № 25) филиалы була[6].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.