From Wikipedia, the free encyclopedia
Азар (ғәр. آزر, рус. Азар) — Ҡөрьән персонажы, Ибраһим пәйғәмбәрҙең атаһы. Скульптор һәм бабил Намруд ғибәҙәтханаһында һынташтарҙы һаҡлаусы.
Мосолман риүәйәтенә ярашлы, Азар һынташтар эшләгән, ә Ибраһим малай сағында уларҙы баҙарҙа һатҡан[1]. Ибраһим пәйғәмбәр уны һынташтарға табыныуҙан баш тартырға саҡыра, әммә ул быны тыңламай: «Бына Ибраһим (Авраам) атаһы Азарға былай тип әйтә: „Һин һынташтарҙы илаһтар тип иҫәпләйһеңме? Һинең һәм халҡыңдың күрәләтә яңылышыуығыҙҙы күрәм“»[2].
Библияла Авраамдың атаһы исеме Терах. Бындай айырма килеп сығыуҙы ҡайһы бер мөфассирҙар Азар — батша һарайындағы ҡушамат йәки титул булғандыр, тип аңлата. Башҡа ғалимдар (мәҫәлән, әс-Сүйүти Ибн Ғәббәскә һылтана), ғәмәлдә Азар Ибраһимдың үҙ атаһы түгел, ә үгәй атаһы йәки атаһының ағаһы булған, тип иҫәпләй[3]. Тарухты (Фарра) үҙ атаһы тип атайҙар, ул Ибраһим бәлиғ булғанға тиклем үлгән, тәҡүә һәм иманлы кеше булған һәм һынташтарға табынмаған[3].
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.