Джозеф Фрэнк (Бастер) Китон (ингл. Joseph Frank «Buster» Keaton; 4 октябрь 1895 йыл — 1 февраль 1966 йыл) — Америка комедия актёры һәм режиссёры, өнһөҙ киноның мәшһүр комиктарының береһе, «Кесе Шерлок» (рус. «Шерлок-младший»), «Навигатор» һәм «Генерал» фильмдарының авторы.

Ҡыҫҡа факттар Исеме, Тыуған көнө ...
Бастер Китон
Buster Keaton
Thumb
20-се йылдарҙағы студия фотоһы
Исеме

Джозеф Фрэнк Китон

Тыуған көнө

4 октябрь 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны

Пиквэ, Канзас штаты, АҠШ

Вафат көнө

1 февраль 1966({{padleft:1966|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}}) (70 йәш)

Вафат урыны

Вудленд-Хиллз, АҠШ

Һөнәре

актёр
кинорежиссёр
сценарист

Карьераһы

1917—1966

IMDb

ID 0000036

busterkeaton.com

 Бастер Китон Викимилектә
Ябырға

«Entertainment Weekly» Америка аҙна гәзитендә Китон бар осорҙар режиссёрҙары араһында абруйлы етенсе урында танылған[1]. Тәнҡитсе Роджер Эберт Китон тураһында былай тип яҙған: «1920-нән алып 1929 йылға тиклем ул алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәт итеп, уны кино тарихында бөйөктәрҙән бөйөк актёр-режиссёр иткән оҙайлы фильмдар серияһын булдырҙы».[2]

Биографияһы

«Бастер» ҡушаматы (ингл. buster — сая, һуғыш суҡмары) Китонға билдәле Гарри Гудини тарафынан бирелә, сөнки алты айлыҡ Джозеф бер ниндәй сыйылған йәрәхәт тә алмай һикәлтәнән йығылып төшә. Өс йәшенән ул сәхнәгә сыға, «Өс Китон» тип аталған шоуҙа ҡатнаша. Әсәһе, Майра Катлер, ун бер йәшендә контрабаста, пианинола һәм корнетта уйнай, һуңғараҡ ул АҠШ-та саксофонда соло уйнаусы берҙән-бер ҡатын-ҡыҙ була.

Атаһы, Джон Китон, берлектәге «Медицина шоуы» буйынса Гарри Гудиниҙың партнеры була. Бастерҙың атаһы бейей һәм сальто яһай, ә Гудини кәрт менән фокустар күрһәтә һәм тамашасыларҙы урындағы шерифтың ҡул бығауҙарынан еңел генә ҡотолоп, шаҡ ҡатыра.

Өс йәшенән Бастер ата-әсәһе менән сәхнәлә сығыш яһай башлай. Малай ныҡ һәләтле була. «Өс Китон» шоуы ҙур уңышҡа ҡаҙана, Бастерҙың күренекле киләсәгенә береһе лә шикләнмәй.

Бастер Китондың кинола карьераһы 1917 йылда уның Роско Арбакл менән танышлығынан һуң башлана, Роско шул ваҡытта Чарли Чаплиндан һуң популярлығы буйынса икенсе кәмитсе була. Арбакл Китонды сәхнәлә күрә һәм уға үҙен кинола һынап ҡарарға тәҡдим итә. Китондың тәүге сығышы «Ученик мясника» фильмында була. Унда беренсе ынтылышта бер ниндәй ҡабатлауһыҙ Арбакл Бастерға он тоғо һелтәп, аяҡтан йығыу күренеше була. Китон киноны тиҙ һәм ғүмерлеккә ярата. Ул хатта гонорарының театрға ҡарағанда алты тапҡыр аҙ булыуына ла иғтибар итмәй. Фильмдар буйынса Арбаклдың төп партнеры булып уның ир туғаны Эл Сент-Джон тора. Әммә тиҙҙән Китон уны уҙҙырып ебәрә. Роско Арбакл һәм Бастер Китон экранда шәп партнерҙар булып ҡына ҡалмай, шулай уҡ дуҫтар ҙа була.

Беренсе бер нисә фильмда Китон актёр сифатында, һуңынан режиссёр ярҙамсыһы, сценарий яҙыусы һәм махсус эффекттар ҡуйыусыһы була. Уның өлөшө бик тиҙ тиерлек күренә. Ул үҙенең нескә һәм зирәк юморын, шулай уҡ Арбакл комедиялары өсөн үҙенең стиле меннә бөтөнләй хас булмаған үҙенсәлекле мәрәкәләрен индерә. 1917 йылдан 1919 йылға тиклем Китон 15 ҡыҫҡа метражлы фильмдарҙа төшә. 1918 йылдың июнендә фронтҡа мобилизациялана һәм Францияла 40-сы пехота дивизияһы составында туғыҙ ай үткәрә, саҡ һаңғырау булып ҡалмай. 1919 йылда Америкаға ҡайтҡас, башҡа студиялар дүрт тапҡыр артыҡ эш хаҡы тәҡдим итһәләр ҙә Арбакл менән бергә эшләүен дауам итә.

1920 йылда продюсер Джозеф Шенк Китонға студияны ҡалдыра һәм уның менән ҡыҫҡа метражлы фильмдар етештереү буйынса контрактҡа ҡул ҡуя. Уның хит булып китеүсе беренсе ҡыҫҡа метражлы «Одна неделя» фильмы сығыу менән Бастер Китонға бөтә донъя уңышы килә. Китондың беренсе комедияларында уҡ уның үҙенсәлекле юморы һәм ҡабатланмаҫ стиле күренә. Популярлығы буйынса ул тик Чарли Чаплин һәм Гарольд Ллойдтан ғына ҡалыша. Артабанғы һигеҙ йылда Бастер Китон үҙенең иң яҡшы фильмдарын, шул иҫәптән «Генерал» фильмын — бөгөнгө көндә бөтә ваҡыттарҙың ун иң яҡшы фильмына ингән шедеврын төшөрә.

Thumb
«Кабинет, спальня и ванная» фильмында Джоана Пирс менән (1931)

Бастер Китондың карьераһының аҙағы тауышлы кино дәүере башына тура килһә лә уның был тауышҡа «яраҡлаша» алмауы менән бәйле булмай. Тауыш барлыҡҡа килеү менән «дистанциянан төшөп ҡалыусы» күп йондоҙҙарҙан айырмалы рәүештә Китон матур тауышҡа эйә була, шәп йырлай һәм бейей. Китон ҙур голливуд киностудияһы «Metro-Goldwyn-Mayer» менән контракт төҙөй — уның һөҙөмтәһендә ижади иреклеген юғалта, һәм уны һуңынан үҙенең тормошонда иң ҙур хата тип иҫәпләй. Продюсерҙар һәм студия етәкселәре Китондың үҙенең тауышлы фильмдар ҡуйыу идеяһын хупламайҙар. Улар комедияны Китонға ҡарағанда «яҡшыраҡ» төшөрәбеҙ тип иҫәпләйҙәр. «Metro-Goldwyn-Mayer» студияһының тауышлы комедияларында Китон актёр сифатында ғына эшләй. Студия уның режиссёрлыҡ карьераһын емерә. Былар бөтәһе лә Китонды депрессия һәм алкоголизмға килтерә. 1933 йылда, контракт ваҡыты үтмәһә лә, студия Китонды эштән бушата. Эштән китеүенә Китондың студия башлығы Луис МАйер менән мөнәсәбәттәре лә сәбәп була. Башҡа ҙур алты голливуд студияларында уға эш табылмай. Китонды банкрот тип беләләр. Ул үҙенең байлығынан, виллаһынан, ғаиләһенән һәм яратҡан эшенән ҡолаҡ ҡаға. Һуңынан клиникала дауаланыу һәм «алкоголь өҙөклөгө» ваҡытында медсестра менән никахы килә.

Әммә Бастер Китон ныҡ характерға эйә була. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә ауыр хәленән тиҙ генә сыға. Алкоголизмы менән көрәшенән һәм бер нисә европа фильмынан һуң, Китон әҙ бюджетлы «Educational Pictures» студияһы менән ҡыҫҡа метражлы фильмдар етештереү буйынса контракт төҙөй. 1937 йылда, «Educational Pictures» студияһы бөлгөнлөккә төшөп эшмәкәрлеген туҡтатҡандан һуң, Китон «Metro-Goldwyn-Mayer» студияһына килә.

Тик 1950 йылдар аҙағында, трюктар ҡуйыусы һәм сценарий яҙыусы булып тиҫтә йыл эшләгәндән һуң, Бастер популярлығының икенсе тулҡыны башлана. Фильмдарҙың билдәле коллекционеры һәм прокатсыһы Рэймонд Рохауэр бөтә ошо йылдарҙа «Metro-Goldwyn-Mayer» студияһында аламаланып ятҡан «Генерал» фильмына һәм Китондың башҡа телһеҙ киноларына хоҡуҡ һатып ала. Китондың комедияларын тамашасыларҙың яңы быуыны күрә. Китонды даһи тип таныйҙар, һәм 1959 йылда уға «телһеҙ комедияға үлемһеҙлек биргән үҙенсәлекле артислыҡ һәләте өсөн» махсус «Оскар» премияһы бирелә. 1962 йылда «Генерал» фильмы уның фильмдарының ретроспективаһы сиктәрендә ҙур уңыш менән ҡабаттан киноэкрандарҙа күрһәтелә. 1965 йылда Венеция кинофестивале ҡатнашыусылары Беастерҙың телһеҙ киноларын күрһәткәндән һуң аяғүрә ун биш минут Бастер Китонды алҡышлай.

Китон 1966 йылдың 1 февралендә, 70 йәшендә, Калифорнияла үҙ йортонда үпкә яман шешенән вафат була. Табиптар яман шеште 1966 йылдың ғинуарында уҡ билдәләп, уны ҡайғыртмаҫ өсөн, дауалап булмаҫлыҡ сире тураһында әйтмәйҙәр. Әммә ҡатыны Элеонор хәтирәләре буйынса, Китон етди ауырыуы тураһында һиҙенә. 30 ғинуарҙа төнөн уны дауаханаға алып китәләр, икенсе көнө Китон йортона ҡайта һәм 1 февраль көнө иртәнсәк вафат була[3]. Бастер Китон «Голливуд-Хилс» зыяратында ерләнә.

Thumb
1922 йылда ғаиләһе менән

Фильмографияһы

Режиссёрлыҡ эшмәкәрлеге

  • 1932 — Голливудский гандикап / The Hollywood Handicap
  • 1938 — Голливудский гандикап / Hollywood Handicap
  • 1938 — Обтекаемые ритмы / Streamlined Swing
  • 1938 — Жизнь в городе N., США / Life in Sometown, U.S.A.
  • 1946 — Жениться легко / Easy to Wed
  • 1951 — Извините мой прах / Excuse My Dust

Актёрлыҡ эшмәкәрлеге

  • 1917 — Помощник мясника / The Butcher Boy
  • 1917 — Его брачная ночь / His Wedding Night
  • 1917 — О, доктор! / Oh Doctor!
  • 1917 — Кони-Айленд / Coney Island
  • 1917 — Деревенский герой / A Country Hero
  • 1918 — Наш Дикий Запад / Out West
  • 1918 — Коридорный / The Bell Boy
  • 1918 — Лунный свет / Moonshine
  • 1918 — Спокойной ночи, сестричка! / Good Night, Nurse!
  • 1918 — Повар / The Cook
  • 1919 — Герой пустыни / A Desert Hero
  • 1919 — За кулисами / Back Stage — работник сцены
  • 1919 — Деревенщина / The Hayseed
  • 1920 — Гараж (Начальник пожарных) / Garage, The; aka Fire
  • 1920 — Сводка новостей / Round-Up
  • 1920 — Балда / The Saphead
  • 1925 — Пародии / Charaster Studies
  • 1928 — Кинооператор
  • 1929 — Голливудское ревю 1929 года / The Hollywood Revue of 1929
  • 1930 — Холостой и беззаботный / Free and Easy
  • 1930 — Пехотинцы / Doughboys
  • 1931 — Кабинет, спальня и ванная / Parlor, Bedroom and Bath
  • 1931 — Украденные драгоценности / The Stolen Jools (The Slippery Pearls)
  • 1931 — Тротуары Нью-Йорка / Sidewalks of New York
  • 1932 — Страстный водопроводчик / The Passionate Plumber
  • 1932 — Разговаривай свободнее / Speak Easily
  • 1933 — Что?! Нет пива? / What! No Beer?
  • 1935 — Палука из Падуки / Palooka from Paducah
  • 1935 — Деревенская любовь / Hayseed Romance
  • 1935 — Мужчина из квартиры Е / The E-Flat Man
  • 1935 — Робкий юноша / The Timid Young Man
  • 1935 — Захватчик / The Invader
  • 1936 — Звёзды «Санкиста» в Палм-Спрингс / Sunkist Stars at Palm Springs
  • 1936 — Трое на ветке / Three on a Limb
  • 1936 — Химик / The Chemist
  • 1937 — Тюремные соблазны / Jail Bait
  • 1937 — Дитто / Ditto
  • 1939 — Чума с Запада / Pest from the West
  • 1939 — Плетясь по Джорджии / Mooching Through Georgia
  • 1939 — Сплошное удовольствие / Nothing But Pleasure
  • 1940 — Укрощение сетки для волос / The Taming of the Snood
  • 1940 — Новая луна / New Moon
  • 1940 — Привидение заговорило / The Spook Speaks
  • 1940 — Её по-прежнему преследует негодяй / The Villain Still Pursued Her
  • 1940 — Маленький Эбнер / Li’l Abner
  • 1940 — Его бывшая оставляет след / His Ex Marks the Spot
  • 1940 — Извините, но положение обязывает / Pardon My Berth Marks
  • 1941 — Так что не жалуйтесь / So You Won’t Squawk
  • 1941 — Она — нефтяная скважина / She’s Oil Mine
  • 1943 — Вечность и один день / Forever and a Day — помощник водопроводчика
  • 1944 — Я люблю тебя, Сан-Диего / San Diego I Love You
  • 1945 — Это дух / That’s the Spirit
  • 1945 — Та ночь с тобою / That Night with You
  • 1946 — Божий край / God’s Country
  • 1946 — Шумиха на Луне / Boom in the Moon
  • 1949 — Милый жулик / The Lovable Cheat
  • 1949 — Ты для меня всё / You’re My Everything
  • 1950 — Чудесные времена / Wonderful Times
  • 1950 — Бульвар Сансет / Sunset Blvd — в роли самого себя
  • 1952 — Рай для Бастера / Paradise for Buster
  • 1952 — Огни рампы / Limelight — партнёр Кальверо
  • 1954 — Пробуждение / The Awakening — Человек (Служащий, прототип — Акакий Акакиевич Башмачкин)
  • 1956 — Вокруг света за 80 дней / Around the World in Eighty Days — кондуктор
  • 1960 — Приключения Гекльберри Финна / The Adventures of Huckleberry Finn
  • 1961 — Сумеречная зона / The Twilight Zone
  • 1963 — Этот безумный, безумный, безумный, безумный мир / It’s a Mad Mad Mad Mad World — Джимми
  • 1963 — Триумф Лестера Снэпуэлла / The Triumph of Lester Snapwell
  • 1964 — Девушка и марсианин / The Maid and the Martian
  • 1964 — Фильм / Film
  • 1965 — Сержант Мёртвая Голова / Sergeant Deadhead
  • 1965 — Железнодорожник / The Railrodder
  • 1965 — Как справиться с диким бикини / How to Stuff a Wild Bikini
  • 1965 — Бастер Китон вновь на коне / Buster Keaton Rides Again
  • 1965 — Пляжное бинго на подстилке / Beach Blanket Bingo
  • 1966 — Писака / The Scribe
  • 1966 — Забавная история, случившаяся по дороге на форум / A Funny Thing Happened on the Way to the Forum — Эрроний
  • 1966 — Фильм по Сэмюэлю Беккету / Samuel Beckett’s Film
  • 1967 — Два моряка и генерал / Two Marines and a General

Актёр һәм режиссёр булараҡ

  • 1917 — Дом грубых манер / The Rough House
  • 1920 — Соседи / Neighbors — юноша
  • 1920 — Одна неделя / One Week — жених
  • 1920 — Осужденный № 13 / Convict 13
  • 1920 — Пугало / The Scarecrow
  • 1921 — Дом с привидениями / The Haunted House
  • 1922 — Дом с электричеством / The Electric House
  • 1921 — Невезение / Hard Luck
  • 1921 — Тайный знак / The «High Sign»
  • 1921 — Козёл отпущения / The Goat
  • 1921 — Лодка / The Boat
  • 1921 — Театр / The Playhouse
  • 1922 — Кузнец / The Blacksmith
  • 1922 — Бледнолицый / The Paleface
  • 1922 — Родственники жены / My Wife‘s Relations (1922, акт., реж.)
  • 1922 — Морозный Север / The Frozen North
  • 1922 — Полицейские / Cops
  • 1922 — Дневные грезы / Daydreams
  • 1923 — Три эпохи / Three Ages — юноша
  • 1923 — Помешанный на воздушных шарах / The Balloonatic
  • 1923 — Наше гостеприимство / Our Hospitality
  • 1923 — Любовное гнездышко / The Love Nest
  • 1923 — На Запад / Go West
  • 1924 — Навигатор / Navigator — Ролло Тредуэй
  • 1924 — Шерлок-младший / Sherlock, Jr.
  • 1925 — Семь шансов / Seven Chances
  • 1925 — На Запад / Go West
  • 1926 — Вояка Батлер / Battling Butler — Альфред Батлер
  • 1927 — Генерал / General — Джонни Грей
  • 1927 — Колледж / College
  • 1928 — Пароход-Билл, младший / Steamboat Bill, Jr.
  • 1928 — Кинооператор / The Cameraman
  • 1929 — Женитьба назло / Spite Marriage
  • 1934 — Алле-оп! / Allez Oop
  • 1934 — Король Елисейских полей / Le roi des Champs-Elysees
  • 1934 — Призрачное золото / The Gold Ghost
  • 1935 — Моряки и полоски / Tars and Stripes
  • 1935 — Элмер в бегах / One Run Elmer
  • 1936 — Голубые всполохи / Blue Blazes
  • 1936 — Смешанная магия / Mixed Magic
  • 1936 — Опера «большого шлема» / Grand Slam Opera
  • 1937 — Любовное гнездышко на колесах / Love Nest on Wheels
  • 1939 — Голливудская кавалькада / Hollywood Cavalcade
  • 1949 — Старым добрым летом / In the Good Old Summertime

Иҫкәрмәләр

Һылтанмалар

Wikiwand in your browser!

Seamless Wikipedia browsing. On steroids.

Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.

Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.