From Wikipedia, the free encyclopedia
Бауыржан Момыш улы (Момыш-Улы яҙылышы ла осрай; ҡаҙ. Бауыржан Момышұлы; 24 декабрь 1910 йыл (яңы стиль буйынса 6 ғинуар 1911 йыл) — 10 июнь 1982 йыл) — СССР-ҙың хәрби хеҙмәткәре, полковник (1943), яҙыусы. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1990, үлгәндән һуң), Ҡаҙағстандың халыҡ ҡаһарманы[1][2][3][4][5]
Бауыржан Момыш улы | |
ҡаҙ. Бауыржан Момышұлы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | СССР |
Хеҙмәт итеүе | СССР |
Тыуған көнө | 24 декабрь 1910 (6 ғинуар 1911) |
Тыуған урыны | Колбастау[d], Q13382596?, Жуалынский район[d], Ямбыл өлкәһе[d], Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Вафат булған көнө | 10 июнь 1982 (71 йәш) |
Вафат булған урыны | Алматы, Ҡаҙаҡ Совет Социалистик Республикаһы, СССР |
Яҙма әҫәрҙәр теле | урыҫ теле һәм Ҡаҙаҡ теле |
Һөнәр төрө | яҙыусы, хәрби хеҙмәткәр |
Уҡыу йорто | Рәсәй Федерацияһы Ҡораллы Көстәре Генераль штабы Хәрби академияһы[d] |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Советтар Союзы Коммунистар партияһы |
Хәрби звание | полковник[d] |
Командалыҡ иткән | 9-я гвардейская стрелковая дивизия[d] |
Һуғыш/алыш | Бөйөк Ватан һуғышы һәм Хәсән күле алыштары[d] |
Ғәскәр төрө | артиллерия[d] һәм пехота[d] |
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре | |
Бауыржан Момыш улы Викимилектә |
Бауыржан Момыш улы 1910 йылдың 24 декабрендә хәҙерге Ҡаҙағстандың Жамбыл өлкәһе Жуалы районы Ҡулбаштау (ҡаҙ. Колбастау) ауылында тыуған. Милләте - ҡаҙаҡ. Шымыр ырыуынан[6].
Ун туғыҙ йәшендә мәктәп тамамлаған. 1928 йылдан Бауыржан район башҡарма комитетында эшләргә, бер нисә вазифаһына алмаштырырға өлгөрә. 1932 йылдан ул совет армияһына саҡырыла. Киләһе йылына уҡ хәрби училищеһ тамамлай һәм офицер булып китә. 1930-сы йылдар аҙағына Алыҫ Көнсығышҡа ебәрәләр. Бында ул артиллерия батареяһы командиры була. Квантун армияһына ҡаршы һуғыша. 1939 йылда бер нисә ай дауамында Карпатта хеҙмәт итә. 1941 йылда аҙ ғына тыуған яғында булып, фронтҡа китә [7]
Мәскәү өсөн барған яуҙарҙа ҡатнаша, панфиловсы (1941—1942). Унда Бауыржан батальон командиры була, артабан дивизияға етәкселек итә. Мәскәү янындағы алышта күрһәткән батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн капитан Момыш улы Бауыржан 1942 йылда «Советтар Союзы Геройы» исеменә тәҡдим ителә, әммә ул бирелмәй ҡала. Тик ул үлгәндән һуң, 1990 йылдың 11 декабрендә Герой исеме бирелә.
1955 йылдың декабрендә полковник дәрәжәһендә запасҡа сыға.
Алматыға ҡайтып, үҙен тулыһынса әҙәбиәткә бағышлай. Хәрби хеҙмәттә сағында уҡ әле баҫыла башлай, әҫәрҙәре яҡшы баһа ала. Ваҡыт үтеү менән хәрби прозанан башҡа замандаштары тураһында әҫәрҙәр ижад итә, әхлаҡ мәсьәләләрен ҡырҡыу күтәрә. Балалар өсөн хикәйәләр һәм повестар яҙа. Ҡаҙаҡ һәм рус телдәрендә эшләй, үҙенең китаптарын тәржемәләй. Шулай уҡ ҡаҙаҡ һәм уйғыр теленән руссаға хатта шиғырҙар ҙа тәржемә итә. Проза әҫәрҙәренән тыш, бик күп мәҡәләләр баҫтырып сығара, әҙәби тәнҡит өлкәһендә эшләй, юл очерктары яҙа.
1982 йылдың 10 июнендә Алматы ҡалаһында вафат була [8]
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.