![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/4/46/Cruikshank_-_The_Head_Ache.png/640px-Cruikshank_-_The_Head_Ache.png&w=640&q=50)
Баш ауыртыуы
From Wikipedia, the free encyclopedia
Баш ауыртыуы (лат. cephalalgia, бор. грек. κέφαλος «баш» + ἄλγος «ауыртыу» тигәндән) — төрлө ауырыуҙар һәм патологик хәлдәр осрағында йыш була торған айырымланмаған симптомдарҙың береһе, баш йә муйын тирәһе ауыртыуы[1]. Баш ауыртыуының иң йыш осрай торған сәбәбе — баш һөйәгенең тышындағы йә эсендәге ҡан тамырҙарының киңәйеүе йәки кинәт ҡыҫылыуы. Был дөйөм клиник симптомды баш ауыртыуының айырым бер осрағы булған баш өйәнәге (мигрень) менән бутарға ярамай.
Баш ауыртыуы | |
![]() Баш ауыртыуы. Джордж Крукшенк карикатураһы, 1819 | |
МКБ-10 |
R5151. |
---|---|
МКБ-9 |
784.0784.0 |
DiseasesDB |
19825 |
MedlinePlus |
003024 |
eMedicine | |
MeSH |
D006261 |
![]() | |
Баш ауыртыуы мейенең нервы туҡымаһы ауыртыуын тойоу түгел, сөнки унда ауыртыу рецепторҙары юҡ. Ауыртыу рецепторҙары ашҡаҙанда, бауырҙа, ҡатын-ҡыҙҙарҙа аналыҡта һәм ирҙәрҙә түллек биҙендә, үпкәлә, талаҡта ла юҡ. Ауыртыу баштың йәки муйындың ауыртыуға һиҙгер 9 урынында — һөйәк ярыһында, мускулдарҙа, нервыларҙа, артерияларҙа һәм веналарҙа, тире аҫты туҡымаһында, күҙҙә, танау ҡыуышлығында һәм лайлалы тиресәлә булыуы мөмкин. Сирҙе йәки симптомдың сәбәбен асыҡлағас ҡына баш ауыртыуын дауалау ысуларын билдәләп була, күп осраҡта анальгетиктар тәғәйенләйҙәр.