Башҡорт шәжәрәһе
Башҡорттарҙың генеалогияһы / From Wikipedia, the free encyclopedia
Шәжәрә — башҡорттарҙың һәм ҡайһы бер башҡа төрки халыҡтарҙың ҡәбиләләр һәм ырыуҙар яҙмаһы, генеалогияһы. Шәжәрәләргә, йәғни нәҫел ағастарына, ир заты яҡлап нәҫел башлыҡтарының теҙмәһе яҙылған, ҡәбилә йә ырыу тормошондағы тарихи ваҡиғалар, мөһим факттар теркәлгән. Иң боронғо шәжәрәләр болғар осорона ҡарай, йәғни ҡайһы берҙәренә мең йылдан ашыу[1].