From Wikipedia, the free encyclopedia
Биояғыулыҡ — үҫемлек йәки хайуандарҙан алынған сеймалдан, органик сәнәғәт ҡалдыҡтарынан етештерелгән яғыулыҡ.
Биояғыулыҡ | |
Биояғыулыҡ Викимилектә |
Өс төрлө биояғыулыҡ бар: шыйыҡ биояғыулыҡ (эске яныулы двигателдәр өсөн, мәҫәлән, этанол, метан, биодизель), ҡаты биояғыулыҡ (утын, брикет, яғыулыҡ гранулалары, тапсыҡ, һалам, орлоҡ ҡабығы) һәм газ хәлендәге (синтез-газ, биогаз, водород) биояғыулыҡ.
Биояғыулыҡтың 54-60 % традицион формалар тәшкил итә: утын, үҫемлек ҡалдыҡтары һәм өй йылытыу, мейескә яғыу өсөн киптерелгән тиҙәк. Ерҙә халыҡтың 38 % шуларҙы ҡуллана.
Пеллета төп формаһы булып тора. Биояғыулыҡ энергетикаһы, ағас етештереүселәрҙең береһе.
Транспорт биояғыулығы булараҡ башлыса биодизель һәм этанол ҡулланыла. 2014 йылда этанол транспорт биояғыулығының 74 процентын , биодизель — 23 процентын тәшкил итә[1].
АҠШ-та игендең өстән бер өлөшөнән ашыу, Европала рапстың яртыһынан күберәге, Бразилияла шәкәр ҡамышының яртыһы тиерлек етештереү биояғыулыҡ етештереүгә китә (Bureau et al, 2010)[2].
2009 йылдың 1 ғинуарында Рәсәйҙә «Нетрадиционные технологии. Энергетика биоотходов. Термины и определения» тип аталған ГОСТ Р 52808-2007 ғәмәлгә индерелә. Рәсәй техник көйләү хеҙмәте (Ростехрегулирование) N 424-ст бойороғо менән 2007 йылдың 27 декабрендә стандарттар раҫланған.
Европала 2010 йылдың 1 ғинуарынан биояғыулыҡҡа берҙәм стандарт ҡабул ителгәнEN-PLUS..
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.