From Wikipedia, the free encyclopedia
Валькирия (боронғо исланд телендә valkyrja — «үлтерелгәндәрҙе һайлаусы») — скандинав мифологияһында яугир ҡыҙ. Ул алыш яланында ҡанатлы атта осоп йөрөй һәм һуғышта һәләк булған ҡайһы яугирҙың күк һарайы Вальхаллаға эләгергә тейешлеген хәл итә. Вальхалла — «Үлеләр һарайы»[1]) — герман-норвег мифологияһында Асгардтағы күк һарайы, унда яуҙа һәләк булған яугирҙар эләгә, һәм улар элекке героик тормошон дауам итә.
Яугир ҡыҙҙар хәрби кейемдә, ҡанатлы шлемда[2], ҡалҡандары һәм һөңгөләре менән һүрәтләнә. Скандинавтарҙың ышаныуҙарына ярашлы, уларҙың хәрби кейеме һәм ҡоралдары ялтырауынан, күктә һаҙағай хасил була.
Валькирийҙарҙың миссияһы — һәләк булған геройҙарҙы Вальхаллаға оҙатыу. Бынан тыш, Вальхаллала валькириялар яугирҙарға хеҙмәт итә, уларға бал тарата[3]. Ҡайһы берҙә уларға һуғыш һөҙөмтәһен хәл итеү хоҡуғы бирелә, ә ҡайһы берҙә улар тик Одиндың бойороҡтарын үтәй. Мифтарҙа валькириялар Одиндың ҡыҙҙары булараҡ һүрәтләнә.
«Өлкән Эдда» героик йырҙарында валькирийҙар яугир ҡатын-ҡыҙ һыҙаттары ала. Улар — Хельг һәм Велундтың һөйгән йәрҙәре. Валькирия Сигрдрива Одинды тыңламай, шуның өсөн язаға тарттырыла һәм тәрән йоҡоға ебәрелә (ул башҡаса һуғыштарҙа ҡатнашмаясаҡ һәм кейәүгә сығасаҡ), сөнки Сигрдрива конунгылар араһындағы алышта Хьяльм-Гуннарға (уларға Один еңеү вәғәҙә итә) түгел, ә Агнарға еңеү бирә; бөйөк герой Зигфрид уның хистәрен уята.
Түбәндәге валькирийҙарҙың исемдәре киң билдәле:
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.