Википедия:Ҡатнашыусының шәхси бите
From Wikipedia, the free encyclopedia
Википедияла ҡатнашыусыға үҙлегенән ике махсус бит асыла — ҡатнашыусының шәхси бите һәм фекер алышыуҙарҙа ҡатнашыу бите. Википедияла теркәлгән ҡатнашыусының шәхси бите «Ҡатнашыусы:Исем» адресында, фекерләшеүҙәр бите — «Ҡатнашыусы фекерҙәре:Исем»[1] Был ике бит (һәм ярҙамсы биттәр) «башҡарыусы майҙаны» барлыҡҡа килтерә. Улар энциклопедия өҫтөндә эшләгән башҡа ҡатнашыусылар менән дөйөм мәсьәләләр буйынса һөйләшеү-кәңәшләшеү өсөн ярҙамсы булып тора.
ВП:ШБ |
- Википедияла иҫәп яҙмаларын исемләү һәм файҙаланыуға бәйле кәңәштәр Википедия:Ҡатнашыусыларҙың исемдәре тигән биттә.
Был бит — Башҡорт Википедияһының ҡағиҙәһенән. |