сәнәғәттә һыуытыу ҡоролмаһы From Wikipedia, the free encyclopedia
Гради́рня (нем. gradieren — тоҙ иретмәһен ҡуйыртыу; тәүге градирнялар иретмәне ҡайнатып, тоҙ алыу өсөн эшләнгән) — күп күләмләге һыуҙы махсус өрҙөрөлгән атмосфера һауаһы йөрөүе иҫәбенә һыуытыу ҡоролмаһы[1] . Ҡайһы саҡта градирняларҙы һыуытыусы башнялар тип тә атайҙар.
Градирня | |
Градирня Викимилектә |
Хәҙерге заманда етештереүсәнлеге ҙур булған градирнялар әйләнештәге һыу системаларында йылылыҡ алмашыныу аппараттарын һуыуытыу өсөн ,ғәҙәттә, йылылыҡ электр станцияларында (шулай уҡ АЭС) һәм ТЭЦ-тарҙа төҙөлә. Граждандар төҙөлөшөндә градирнялар, мәҫәлән, һыуытҡыс ҡоролмаларҙың конденсаторҙарын һыуытыу өсөн, һауаны кондиционер менән һыуытҡанда, авария булған электрогенераторҙарҙы һыуытҡанда ҡулланыла. Градирнялар- сәнәғәттә күпселек осраҡта төрлө технологик ҡоролмаларҙы һыуытыу, химик юл менән матдәләрҙе таҙартыуҙа, урындағы таҙартыу системаларына бәйле ҡоролмалар. Бынан тыш хәрби сәнәғәт комплексында, энергетика, караптар төҙөү, авиация, химия өлкәләре, металлургия, машиналар төҙөү һәм аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә күпләп ҡулланыш таба.
Классик вентиляторлы градирняларҙа һыуытыу һыуҙың бер өлөшөнөң боҫ булып күтәрелеп, йоҡа ғына ҡатлам булып йәки тамсылап, махсус ороситель аша ағып төшөүе иҫәбенә һыуыныу процессы бара, ороситель аша икенсе яҡтан һалҡын һауа өрҙөрөлә.
Ғәҙәттә градирнялар һыуытыу өсөн ҙур һыу сығанағы булмаған ерҙә (йылға, күл, диңгеҙ), йәки уларҙың бысраныу хәүфе булғанда ҡулланыла. Градирняларға һиптергесле бассейндар арзан альтернатива була ала. Уларҙа һыу ябай һиптереү юлы менән әҙләп һыуына.
Рәсәйҙә градирнялар тоҙ ҡайнатыу сәнәғәтендә ҡулланылған. 1771 йылдың 15 февралендә Екатерина II указы буйынса генерал-квартирмейстер Баур (Боур) Полисть йылғаһы буйында (Старая Русса ҡалаһы) тоҙ ҡайнатыу заводын һала. Был завод янында ике градирня ҡорола[2].
Тәүге гиперболоид рәүшендәге градирня профессор Фредерик ван Итерсон (Frederik van Iterson) конструкцияһы буйынса 1918 йылда Голландиялағы Херлен ҡалаһында төҙөлгән[3]. Быға тиклем градирнялар конструкцияһы төрлөсә : тура дүртмөйөш, түңәрәк, овал рәүешле булған.
] Һауа биреү ысулы буйынса:
Һыу мнән һауаның йүнәлеше буйынса:
Вентиляторлы градирнялар әлегә тиклем иң файҙалыһы ине, ләкин уларҙы эшләтеү өсөн күп электр энергияһы сарыф ителә.
Эжекцин градирнялар иң күп гидравлик ауырлыҡты күтәрә, бик ныҡ эҫе һыуҙы ла һыуыта ала (90 °С тиклем). Эжекцион градирнялар һыуыҡҡа бик бирешмәй, шуға күрә һыуыҡ яҡтарҙа ул иҡтисади яҡтан бик файҙалы.
TEBIZ GROUP кампанияһы үткәргән «Рәсәйҙә градирнялар баҙары — 2019» маркетинг тикшеренеүҙәре мәғлүмәттәрендә Рәсәй градирнялар баҙары төрлө яҡлап анализлана, 2023 йылға тиклем үҫеш прогнозы бирелә[8].
Был тикшеренеүҙәрҙән күренеүенсә:
Тикшеренеү осоро: 2014—2018 йылдар, 2019—2023 йылдар (прогноз)
Рәсәйҙә градирнялар етештереүселәр:
ООО `БАЛТЭНЕРГОМАШ`, ООО `НПФ ТЕХЭКОПРОМ` , ООО `НАУЧНО-ПРОИЗВОДСТВЕННОЕ ОБЪЕДИНЕНИЕ `АГРОСТРОЙСЕРВИС`, ООО `ТМИМ`, ООО `ЭКОТЭП`, ООО `ГК НОВЫЕ ТЕХНОЛОГИИ`, АО `НАУЧНО-ПРОИЗВОДСТВЕННОЕ ОБЪЕДИНЕНИЕ `ТЕПЛОМАШ`, ООО `МЕГТЕРРА`, ООО `ЗАВОД ТЕРРАФРИГО`, ООО `НАУЧНО-ПРОИЗВОДСТВЕННАЯ КОРПОРАЦИЯ `ИРВИК`.
Үлсәү берәмеге: күләм даналарҙа, хаҡтар долларҙарҙа бирелгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.