Гренландия
ерҙәге иң ҙур утрау / From Wikipedia, the free encyclopedia
Гренла́ндия (гренланд телендә Kalaallit Nunaat, дан. Grønland) — Ерҙәге иң ҙур утрау[1]. Төньяҡ Американың төньяҡ-көнсығышында урынлашҡан, шуға күрә физик география күҙлегенән уға ҡарай. Сәйәси йәһәттән Европаға ҡарай, сөнки эргә-тирәләге бәләкәй утрауҙар менән бергә Данияға ҡараған административ автономиялы берәмекте барлыҡҡа килтерә[2][3][4]. Атлантик һәм Төньяҡ Боҙло океандар менән йыуыла. Уның майҙаны 2 166 086 км² тәшкил итә[5] — төньяҡтан көньяҡҡа — 2700 км, көнбайыштан көнсығышҡа табан — 1300 км. Майҙаны буйынса иң бәләкәй материк — Австралиянан өс тапҡырға бәләкәйерәк[6].
Гренландия | |
---|---|
дат. Grønland | |
Характеристики | |
Майҙаны | 2 166 086 км² |
Иң бейек нөктәһе | 3694 м |
Халҡы | 55 992 чел. (2019) |
Урынлашыуы | |
72° с. ш. 40° з. д.HGЯO | |
Йыуыусы акваторилар | Атлантик океан, Төньяҡ Боҙло океан |
Гренландия Викимилектә |
Утрауҙың иң ҙур тораҡ пункты — Нуук (Готтоб), 17 984 кеше (2019)[7]. Ҡала Гренландияның көнбайыш өлөшөндәге ярымутрауҙа урынлашҡан.
Утрауҙың иң төньяҡ нөктәһе, 84-се киңлектән көньяҡтараҡ урынлашҡан Моррис-Джесуп мороно, 1900 йылда Каффеклуббен утрауы асылғанға тиклем, Төньяҡ полюсҡа иң яҡын ҡоро ер майҙаны тип һанала.
Көньяҡ нөктәһе 59-сы төньяҡ киңлеккә яҡын.