From Wikipedia, the free encyclopedia
Дзержинский Эдмунд Иосифович (пол. Edmund Rufin Dzierżyński; 27 май 1838 йыл, Ошмяны, Вильна губернаһы — 1882 йыл, Деревное, Вильна губернаһы) — педагог, надворный советник (1869).
Дзержинский Эдмунд Иосифович | |
пол. Edmund Dzierżyński | |
Тыуған көнө | |
---|---|
Вафат булған көнө | |
Ил | |
Тормош иптәше | |
Дзержинский Эдмунд Иосифович Викимилектә | |
Феликс Дзержинскийҙың атаһы.
Эдмунд-Руфин[1] Дзержинский Иосифович Сулима поляк гербы шляхтаһы ғаиләһенән сыҡҡан. Иосиф Дзержинский улы булған (1805—1877), атаһынан уға нәҫелдән килгән Дзержиново имениеһы ҡалған.
Петербург университетының физика-математика факультетын кандидат дәрәжәһендә тамамлаған (1863). Университетты тамамлағандан һуң Вильноға күсеп килә, унда профессор Игнатий Янушевскийҙың ҡыҙы Елена Игнатьевна Янушевскаяның (1849—1896) өй уҡытыусыһы булып эшкә урынлаша һәм артабан уға өйләнә. Э. Дзержинскийҙың ҡатыны былай тип һөйләй: «Беҙҙең йортҡа Эдмундты беҙҙең ғаилә өсөн аяҡ кейеме теккән ҡарт итексе йәһүд килтерҙе.
Эдмунд, Петербург университетын тамамлағандан һуң эш эҙләп Вильноға килгәс, уның менән урамда осраҡлы рәүештә осрашҡан. Вильно гимназияларында вакансия булмай сыҡҡан, һәм Эдмунд артабан ни эшләргә белмәй йөрөгән»[2].
Һуңынан Херсон гимназияһында уҡыта. 1868 йылда Таганрог ҡалаһына эшкә күсерәләр.
Дзержинскийҙы Таганрогҡа күсереүҙе документаль нигеҙләгән мәғлүмәт юҡ. Народниктарҙың Херсон түңәрәген тар-мар итеү менән бәйле булыуы мөмкин. Уның етәксеһе Соломон Чудновский Э. И. Дзержинскийҙың уҡыусыһы булған.
Мария ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында (1868—1873) һәм Таганрог классик ирҙәр гимназияһында (1873—1875) физика һәм математика уҡытыусыһы була. Дзержинскийҙың уҡыусылары араһында Антон Чехов була[3], быны Чеховтың математика буйынса һаҡланған эштәре дәлилләй.
Һаулығы буйынса пенсияға сыҡҡандан һуң (1875) Таганрогтан китә. Һуңғы йылдарҙа үҙ ғаиләһе менән Дзержиново имениеһында (хәҙер Столбцы районы Минск өлкәһе) йәшәй, унда 1877 йылда уның дүртенсе балаһы, улы Феликс Дзержинский тыуа.
И. Э. Дзержинскийҙың һигеҙенсе балаһы, Владислав (1881—1942) — медицина профессоры, невролог, неврология буйынса тәүге Польша академик дәреслектең авторы, Польша Ғәскәрҙәре полковнигы; немецтар уны Лодзь янында атып үлтерә. Дзержиновола Ҡаршылыҡ ҡатнашсыһы булараҡ (1943 йылда), Эдмунд Дзержинскийҙың өлкән (иҫәндәре араһынан)[4] улы Казимеж да атып үлтерелә.
Эдмунд Дзержинский 1882 йылда туберкулез ауырыуынан вафат була. Ауыл зыяратында, үҙенең имениеһы янында ерләнгән.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.