Енәйәтсесә уйлау-фекерләү
From Wikipedia, the free encyclopedia
«Енәйәтсесә уйлау-фекерләү» (ингл. Criminal Minds) — иң хәйләкәр енәйәтселәрҙең дә уй-фекерҙәрен аңлай һәм анализлай, уларҙың артабан ни эшләрен алдан күрә белгән һәм шул рәүешле ауыр енәйәттәргә юл ҡуймаусы ФБР-ҙың иң оҫта тәфтишселәре командаһының эше тураһындағы Америка телесериалы. Ябай криминалистар берәй енәйәт эшен аса алмағанда кешенең тәртибен анализлау буйынса белгестәр ярҙамға килә. Енәйәтсе ҡалдырған эҙҙәрҙе ентекле тикшереү урынына улар, енәйәтсенең һәр аҙымын һәм уй-фекерен аңларға тырышып, енәйәтсенең енәйәт ҡылыу сәбәбен табырға һәм уға төшөнөргә тырыша.
Мыслить как преступник | |
Criminal Minds | |
Жанр |
Процедурная драма |
---|---|
Ижад итеүсе |
Джефф Дэвис |
Сценарист |
Джефф Дэвис |
Ролдәрҙә |
Пэджит Брюстер |
Композитор |
Марк Фантини |
Ил | |
Сезон |
16 |
Серий |
334 (список эпизодов[d] һәм список эпизодов[d]) |
Производство | |
Продюсер |
Эрика Мессер |
Сериялар оҙонлоғо |
42 минуты |
Трансляция | |
Телеканал |
CBS |
Экрандарҙа |
22 сентября 2005 — настоящее время |
Хронология | |
Һылтанмалар | |
Сайт | |
Енәйәтсесә уйлау-фекерләү Викимилектә | |
Енәйәт урынында эш алып барып, профессионалдар, енәйәт ҡылған кешенең уй-фекерен аңларға тырышып, уны, уйҙары ни тиклем генә ҡара булмаһын, әйтерһең дә, эс яҡтан тикшерә.
Сериал премьераһы CBS телеканалында 2005 йылдың 22 сентябрендә була. Сериалдың өсөнсө миҙгелендә сценаристарҙың баш күтәреүе арҡаһында бер аҙ өҙөклөк килеп сыға. Әммә 2008 йылдың апрелендә ҡалған сериялар күрһәтелә. 2015 йылдың 11 майында канал сериалды ун беренсе миҙгелгә оҙайта, ә 2016 йылдың 6 майында[1] CBS ун икенсе миҙгелгә контракт төҙөй.[2]