From Wikipedia, the free encyclopedia
Әбү Ғайса Мөхәммәт ибн Ғайса әт-Тирмизи (ғәр. أبو عيسى محمد بن عيسى الترمذي; 824, Термез — 892, Шерабад; рус. Абу́ И́са Муха́ммад ибн И́са ат-Тирмизи́) — ислам ғалимы-дин белгесе, хәҙис белгесе һәм фаҡиһ. «Жәми әт-Тирмизи» тигән китап авторы, ул «Сүнән әт-Тирмизи» булараҡ билдәле.
Имам әт-Тирмизи | |
ғәр. الترمذی, محمد بن عيسى | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Гражданлыҡ | Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге |
Тыуған көнө | 825[1][2][3] |
Тыуған урыны | Термез, Сәмәниҙәр дәүләте |
Вафат булған көнө | 892[1][4][5] |
Вафат булған урыны | Термез, Сәмәниҙәр дәүләте |
Һөнәр төрө | Мөхәддис, юрист, Имам |
Эшмәкәрлек төрө | Хәҙис ғилеме |
Кемдә уҡыған | Мөхәммәт әл-Бохари, Мөслим ибн әл-Хажаж, Әбү Дауыт һәм Абу Мухаммад Абдуллах ад-Дарими[d] |
Әүҙемлек урыны | Термез |
Сәнғәт йүнәлеше | Сөнниҙәр |
Мәзһәб | Шәфиғи мәҙһәб |
Имам әт-Тирмизи Викимилектә |
Имам 824 (һижри 209) йылда Амударъя йылғаһының уң ярындағы, Афғанстандың төньяҡ сиктәренән йыраҡ түгел Термез ҡалаһында тыуған(хәҙ. Үзбәкстан).
Мөхәммәт ибн Ғайса башланғыс белемде Хөрәсән ҡалаһында алған. Уның уҡытыусылары араһында әл-Бохари менән Мөслим ибн әл-Хажаж да була. Шулай уҡ белемде Ираҡ һәм Хижәз дини мәктәптәре вәкилдәренән алған. Ул хәтере бик яҡшы булыуы менән айырылып торған һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тиҫтәләрсә мең хәҙистәрен яттан белгән[6]. Хәҙистәр эҙләп сәйәхәт ҡылған ваҡытында ул шул ваҡыттағы билдәле кешеләр Әхмәт ибн Хәнбәл һәм Әбү Дауыт менән осрашҡан, шулай уҡ Ираҡ һәм Хижәз ҡалаларында булып ҡайтҡан.
Әбү Ғайса әт-Тирмизиғә тиклем хәҙистәр башлыса ышаныслы (сәхих) һәм көсһөҙҙәргә (даиф) бүленә. Хәҙистәрҙе өйрәнеү менән шөғөлләнеп, ул беренсе тапҡыр «хәсән» (яҡшы хәҙис) һәм «ғариб» (Мөхәммәт Пәйғәмбәр сәхәбәләре түгел, ә башҡа кешеләр тарафынан тапшырылған хәҙистар) төшөнсәләрен индерә һәм үҫтерә[6].
Әт-Тирмизиҙың иң билдәле эше — «әл-Джәми», йәки «Сүнән әт-Тирмизи» хәҙистәр йыйынтығы. Әлеге йыйынтыҡ имам иҫән ваҡытта уҡ абруй ҡаҙана. Уны Хижәз, Ираҡ һәм Хөрәсән ғалимдары юғары баһалайҙар. Был хеҙмәт сөнни хәҙис йыйынтыҡтарынан иң абруйлы алтау исемлегенә инә (Күтүб әс-ситтә).
Ислам фиҡһы принциптарына ярашлы, "Сүнән"гә ингән 3962 хәҙис бүлектәр буйынса системалаштырылған. Бөтә хәҙистәр ҙә "ышаныслы " (сәхих), «яҡшы» (хәсән) һәм « көсһөҙ» (зәғиф) тип классификацияланған[6].
Ғүмеренең һуңғы йылдарында, тәҡүәлектән күп илау сәбәпле, Тирмизи һуҡырая, ләкин хәҙистәр эҙләп сәйәхәт итеүҙән туҡтамай. Ул "Сүнән"ен һуҡыр килеш тамамлай.
Seamless Wikipedia browsing. On steroids.
Every time you click a link to Wikipedia, Wiktionary or Wikiquote in your browser's search results, it will show the modern Wikiwand interface.
Wikiwand extension is a five stars, simple, with minimum permission required to keep your browsing private, safe and transparent.