![cover image](https://wikiwandv2-19431.kxcdn.com/_next/image?url=https://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/3/3d/PIA19664-MarsInSightLander-Assembly-20150430.jpg/640px-PIA19664-MarsInSightLander-Assembly-20150430.jpg&w=640&q=50)
Инженерлыҡ эше
техник эшмәкәрлек төрө / From Wikipedia, the free encyclopedia
Инженерлыҡ эше (франц. ingénierie; син. инженерия[1], инженер эшмәкәрлеге, инженер-техник эшмәкәрлек; инжиниринг ингл. engineeringengineering ← лат. ingeniumingenium — «оҫталыҡ» һәм лат. ingeniareingeniare — «таҫыллыҡ күрһәтеү, оҫталау» — «уйлап табыусанлыҡ», «уйлап сығарыу», «ғилемдәр», «оҫта») — үҙ эсенә махсуслашҡан бик күп өлкәләр һәм дисциплиналарҙы алған, тәбиғи ресурстарҙы кеше мәнфәғәтендә эшләтеү маҡсатында фәнни, иҡтисади, социаль һәм ғәмәли белемдәрҙе файҙаланыуға йүнәлтелгән техник эшмәкәрлек төрө[2].
Инженерлыҡ эше | |
![]() | |
Өйрәнеү объекты | техника һәм технология |
---|---|
Ҡайҙа өйрәнелә | engineering[d] |
Һештег | Engineering |
Вики-проект | WikiProject Engineering[d] |
Stack Exchange сайты | engineering.stackexchange.com |
![]() |
![Thumb image](http://upload.wikimedia.org/wikipedia/commons/thumb/0/04/International_Space_Station_after_undocking_of_STS-132.jpg/640px-International_Space_Station_after_undocking_of_STS-132.jpg)
Инженер эшмәкәрлегенең маҡсаттары — техниканы, материалдарҙы йә процестарҙы уйлап табыу, барлыҡҡа килтереү, проекттарын һәм иҫәпләүҙәрен эшләү, файҙаланыуға индереү, ремонтлау, хеҙмәтләндереү, һәм/йәки камиллаштырыу.
Инженерлыҡ эше фән менән тығыҙ бәйләнештә тора, фундаменталь фән постулаттарына һәм ҡулланма эшмәкәрлек һөҙөмтәләренә таяна. Ошо мәғәнәлә ул ғилми-техник эшмәкәрлек тармағы тип ҡарала.