Йондоҙҙар
From Wikipedia, the free encyclopedia
Йондоҙҙар — үҙҙәрендә барған термоядро реакциялары энергияһы иҫәбенә яҡтыртыусы күк есемдәре. Газ-туҙан болоттарынан (башлыса водородтан һәм гелийҙан) гравитация ҡыҫыуы һөҙөмтәһендә барлыҡҡа киләләр[1]. Ергә иң яҡын йондоҙ — Ҡояш, башҡа йондоҙҙар төнгө күктә үҙ-ара урынлашыуын һаҡлаған төрлө сағыулыҡтағы нөктәләр кеүек күренә. Йондоҙҙар структураһы һәм химик составы менән айырыла, ә радиусы, массаһы һәм яҡтылығы кеүек параметрҙар буйынса йондоҙҙарҙы айырырға мөмкин. Йондоҙҙарҙы классификациялауҙың иң таралған схемаһы - спектраль кластар буйынса - уларҙың температураһына һәм яҡтылығына нигеҙләнгән классификация. Бынан тыш, йондоҙҙар араһында төрлө сәбәптәр арҡаһында үҙенең сағыу ялтырауын үҙгәрткән һәм үҙгәреүсән йондоҙҙар бар. Йондоҙҙар йыш ҡына гравитация-бәйләнеш системаларын барлыҡҡа килтерә: ике йәки бер нисә система, йондоҙҙар тупланмаһы һәм галактикаларға берләшә. Ваҡыт үтеү менән йондоҙҙарҙың характеристикаларын үҙгәртә, сөнки уларҙың эсендә термоядро синтезы үтә, уның һөҙөмтәһендә химик составы һәм ауырлығы үҙгәрә - был күренеш йондоҙҙар эволюцияһы тип атала, һәм йондоҙҙҙҙоң тәүге ауырлығына ҡарап ул төрлөсә үтеүе мөмкин.
Йондоҙҙар | |
Урын | Ғаләм |
---|---|
Юғарыраҡ дәрәжә | ҡара упҡын |
Түбәнерәк дәрәжә | Планета |
Ҡайҙа өйрәнелә | астрономия |
Модель элементы | UY Щита[d], Пистолет[d] һәм звезда-гигант[d] |
Һаны | билдәһеҙ |
Йондоҙҙар Викимилектә |
Йондоҙҙар яҡтыртылышы, ауырлығы, температураһы, химик составы, спектры буйынса классификацияланалар. Шартлы рәүештә кәрлә (үлсәмдәре Ҡояш менән сағыштырмалы), гигант (радиусы Ҡояштыҡынан 10—100 тапҡыр ҙурыраҡ) һәм ифрат гигант йондоҙҙар айырыла. Гиганттарҙың яҡтыртылышы Ҡояштыҡынан 10—1000 тапҡырға, ифрат гиганттарҙыҡы — бер нисә мең һәм унан да күберәк тапҡырға артып китә.
Йондоҙло күк күренеше боронғо замандан кешеләрҙе йәлеп итә, йондоҙҙар йәки айырым яҡтыртҡыстар рәүешендә уға төрлө халыҡтарҙың мифтары һәм легендалары бәйле була, ул әле лә мәҙәниәттә сағылыш таба. Тәүге цивилизациялар заманынан уҡ астрономдар йондоҙло күк каталогтарын төҙөгән, ә XXI быуатта йөҙәрләгән миллион йондоҙ өсөн төрлө мәғлүмәт ингән бик күп заманса каталогтар бар